Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2021, 19:00

Төбәк иҡтисадына - яңы ҡеүәт

Инвестиция һабантуйында "ЮжУралГрупп" һәм "Өфө приборҙар эшләү-етештереү берләшмәһе" йәмғиәттәре менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Төбәк иҡтисадына - яңы ҡеүәт
Төбәк иҡтисадына - яңы ҡеүәт

Инвестиция һабантуйының эшлекле программаһына ярашлы, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, иҡтисадтың сәнәғәт секторына ярҙам итеү мәсьәләһе тикшерелде. Сессияны Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Сәнәғәтте үҫтереү фонды ойошторҙо.

Спикерҙар - "Юғары иҡтисад мәктәбе" ғилми-технологик күҙаллау үҙәге директоры Александр Чулок, "Грайн" йәмғиәте директоры Олег Родионов. Модератор - Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды генераль директоры Әнүәр Кәримов.

III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйына ярашлы, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ике ойошма - "ЮжУралГрупп" һәм "Өфө приборҙар эшләү-етештереү берләшмәһе" йәмғиәттәре менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

"Милли проекттарҙа ҡатнашыу - предприятиеларҙың эш һөҙөмтәлелеген, сифатын арттырыу, етештереү ресурстарын киңәйтеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Һаҡсыллыҡ принциптарын индереү, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү табышты, конкурентлыҡҡа һәләтте арттыра", - тине килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: