Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2021, 16:00

Төбәккә инвесторҙар килеүе көтөлә

Сибайҙа III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә "Инвестиция сәғәте" форматында ултырыш үтә.   

Төбәккә инвесторҙар килеүе көтөлә
Төбәккә инвесторҙар килеүе көтөлә

Әле Сибай ҡалаһында III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйы эшлекле шарттарҙа үҙ эшен дауам итә. Сараның программаһы сиктәрендә "Инвестиция сәғәте" форматында ултырыш үтә. Ултырышта бөтәһе 5 проект ҡарала, уларҙың дөйөм күләме  2,5 млрд һум тәшкил итә. Быларҙың барыһы ла - төбәк өсөн яңы  предприятиелар һәм эш урындары.

Беренсе проектты «МКХП-Ситно» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тәҡдим итә. Ул тирмән комплексын реконструкциялауҙы һәм яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ Сибай ҡалаһында макарон ризыҡтары етештереү линияһы цехы төҙөү ҡарала. Инвестицияның дөйөм  күләме – 815,9 миллион һум.

Икенсе проект Туймазы районының Ҡандра ауылы элеваторы нигеҙендә контейнер майҙансығын һәм элеватор комплексын үҙ эсенә алған таратыу-логистик үҙәген булдырыуҙы күҙаллай. Инвестор – ИП Разумова А.Е. (ГК «Реса»), сығым күләме – 350 миллион һум.

Өсөнсөһө – Сибай һәм Өфө ҡалаларында «Риадент» имплантация һәм протез үҙәктәре асыу.  Планлаштырылған инвестициялар күләме – 170 миллион һум.

Артабан «ЛДК» йәмғиәте йылына 50-нән алып 500 мең кубометр әҙер продукция эшкәртеүгә һәләтле ағас етештереү производствоһы асыу буйынса үҙ проектын тәҡдим итәсәк. Инвестицияның дөйөм  күләме – 1,2 миллиард һум. Был проект Белорет районында тормошҡа ашырыласаҡ.

Ултырышта шулай  уҡ «Шифа» компанияһының инвестиция башланғысы ҡарала.

Иң мөһиме - III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйы сиктәрендә төбәк өсөн генә түгел, ә тотош республиканың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерерлек проекттар тәҡдим ителә. Эшлекле форумда Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу, инвестициялар йәлеп итеүгә мөмкинлек биреү, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса сит ил тәжрибәһен уртаҡлашыу, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм үҫтереү юлдары барлана, эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: