Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь , 20:30

Башҡорт кухняһы - иң тәмлеһе!

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙҙы.

Башҡорт кухняһы - иң тәмлеһе!

"Сибайҙа инвестиция  һабантуйы үткәрҙек. Унда бөтә илдән кешеләр килде. Энергетика, урман хужалығы, эске туризм,яңы социаль объекттар төҙөү һәм энергетика линияһы буйынса проекттар, шулай уҡ экспорт өлөшөндә төбәктең мөмкинлектәре тураһында фекер алыштыҡ.

24 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Әйтәйек, Баймаҡ районында йыл әйләнәһенә эшләйәсәк туристик үҙәк булдырасаҡбыҙ, Өфөлә ял итеү һәм һауыҡтырыу буйынса балалар өсөн үҙәк төҙөләсәк, Күмертау ҡалаһында медицина һәм техник газдар етештереүҙе асабыҙ. Уларҙы үпкә, йөрәк ауырыуҙары менән дауалау, шулай уҡ медицина  препараттары әҙерләү өсөн ҡулланыла.

Бынан тыш, "Макдоналдс" тиҙ туҡланыу ресторандары селтәре һәм"Рональд Макдоналд" ғаилә ҡунаҡханаһы төҙөү тураһында килештек. Тағы ла ауыл хужалығы, мәғариф, сәнәғәт һәм спорт өлкәһендә бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Инвесторҙар төбәккә  38 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп итергә планлаштыра, ике меңдән ашыу эш урыны булдырыу ҡарала.

Йәнә ике капсула һалынды. Беренсеһе - 6-сы мәктәптең төҙөлөшө, икенсеһе - элекке "Сибай" ҡунаҡханаһы бинаһында "Киләсәк фабрикаһы" күп функциялы бизнес-үҙәк төҙөү.

Инвестһабантуйҙан башҡа, был көндә ике гастрономия фестивале ойошторҙоҡ: милли кухня ризыҡтары һәм  «КумысFEST» конкурсы. Мин үҙ ғүмеремдә күп сәйәхәт иттем, күп ризыҡтарҙы ашағаным булды, әммә элеккесә беҙҙең башҡорт кухняһын иң тәмлеһе тип һанайым.

Мин ҙур теләк менән аш-һыуҙы тәмләп ҡараным һәм урындағы етештереүселәр менән осраштым.Уларҙың проблемалары, әлбиттә, етәрлек. Мин әйтеүемсә, беҙ уларҙы хәл итәбеҙ. Бәләкәйерәк хужалыҡтарҙы кооперативтарға ҡушабыҙ, улар үҙҙәренең етештергән ауыл хужалығы продукцияһын һатыу селтәрҙәренә индереү өсөн ҙур магазин етәкселәре менән осрашыуҙар ойошторабыҙ, маркетинг, финанс белеменә өйрәтәбеҙ.

Көн Сибай ҡалаһы көнөнә арналған тантаналы сара менән тамамланды. Республика Башлығы Радий Хәбиров уның иң лайыҡлы һәм эшһөйәр кешеләрен дәүләт наградалары менән бүләкләне", - тип яҙҙы Андрей Назаров "Фейсбук"та.

Фото: Старостин фотоһы.

Автор:Карима Усманова