Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь 2021, 22:30

Дауыттар газ яғып кинәнәсәк

Республика Башлығы йорттарға газ индереүҙе шәхси күҙәтеүе аҫтына алды.

Дауыттар газ яғып кинәнәсәк
Дауыттар газ яғып кинәнәсәк

Бөгөн Әбйәлил районындағы Дауыт ауылының өйҙәрен газға тоташтырып бөтөүгә ғаризалар ҡабул итеү ойошторолдо, бынан тыш, йорттарҙы газға тоташтырыу тәңгәлендә һорауҙарға яуаптар алынды. Уның эшендә кадастр инженерҙары, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты. Махсус майҙансыҡта газ ҡорамалдары күргәҙмәһе эшләне.

Әйткәндәй, Дауыт ауылына газ үткәреү юҡтан килеп сыҡманы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Цемикс” заводына эшлекле сәфәрендә ошо ауылдың бер кешеһе әлеге мәсьәләне күтәрҙе. Шул ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йорттарға газ индереүҙе шәхси күҙәтеүе аҫтына алырға вәғәҙә бирҙе.

– Бөгөн Дауыт ауылы халҡынан, дөрөҫөрәге, йөҙҙән ашыу кешенән өйҙәрҙе газға тоташтырып бөтөү йәһәтенән ғаризалар килде, – тип һөйләй “Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәтенең идарасы ойошмаһы “Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Алберт Лоҡманов. – Хәҙер төҙөлөш-монтаж эштәре дауам итә. Октябрҙә йорттарға газ үткәреләсәк. Теләгән һәр кеше өйөнә газ үткәреп ҡалһын өсөн ошондай сараны ойошторҙоҡ та инде.

Фото: “Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: