Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь 2021, 18:30

"Global Management Challenge" чемпионаты еңеүселәре кемдәр?

Еңеүселәр 24-25 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Команда составына Хәйбулла, Ҡыйғы, Борай, Стәрлетамаҡ районы эшҡыуарҙары инде.

"Global Management Challenge" чемпионаты еңеүселәре кемдәр?
"Global Management Challenge" чемпионаты еңеүселәре кемдәр?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 10 сентябрҙә Сибай ҡалаһында III Бөтә Рәсәй  “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйы үтте. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторолдо.

Инвестһабантуй сиктәрендә "Global Management Challenge" стратегия һәм бизнесҡа идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы финалы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Сибай ҡалаһының коворкинг-үҙәгендә үтте.

Global Management Challenge - стратегик беренселек буйынса донъяла иң ҙур чемпионат. Унда ҡатнашыусылар комплекслы компьютер бизнес-симуляторы ярҙамында бер ай  идара итеү тәжрибәһен аласаҡ, шул уҡ ваҡытта ул урта кампанияларҙа йылдар буйы эшләй. Шулай уҡ чемпионат теоретик белемде ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеге бирә һәм бизнес-белем биреүгә әйҙәгән донъя тәжрибәһен берләштереп, төп идара итеү  һәм шәхси күнекмәләрҙе эшләргә ярҙам итә.

- "Global Management Challenge" чемпионаты - ҡатнашыусылар өсөн бына тигән ҡорал, ул идара итеү өлкәһендә белемдәрҙе һәм мөмкинлектәрҙе киңәйтергә киң офоҡтар аса. Заманса технологиялар бер урында ғына тормай, бер-береһен уҙып китә. Теге йәки был өлкәлә уларҙы нисек тиҙерәк үҙләштерә алаһығыҙ, хеҙмәт баҙарында иң ҙур ихтыяж менән файҙаланылған белгес буласаҡһығыҙ. Был чемпионат тиҙ ваҡыт эсендә үҙендең идара итеү һәм шәхси сифаттарыңды камиллаштырырға мөмкинлек бирә. Хәҙер финалға сыҡҡан команда Түбәнге Новгородтағы ярыштарҙа беҙҙең республика данын лайыҡлы яҡлар тип ышанам, - тип билдәләп үтте Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

Беренсе урынды "Строймаркет" ойошмаһы (Рафаэль Ғәлимов) яуланы. "Көмөш"тө  шәхси эшҡыуар Р.Ф.Туҡтаровтың хеҙмәткәрҙәре яуланы, өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ район хакимиәте вәкиле Айҙар Әбүбәкеров алды. Еңеүсе команда 24-25 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: