Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь 2021, 17:30

Инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуы арта

Республика Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуы арта
Инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуы арта

Кисә, 10 сентябрҙә, Сибай ҡалаһында III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйы үтте. Эшлекле форумда Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу, инвестициялар йәлеп итеүгә мөмкинлек биреү, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса сит ил тәжрибәһен уртаҡлашыу, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү мәсьәләләре өйрәнелде, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм үҫтереү юлдары барланды, эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Эшлекле форумды 90 киң мәғлүмәт сараһы яҡтыртты, шуларҙың 20-е федераль машстабта. Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу үтте. Радий Фәрит улы журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Бирелгән һорауҙар араһында форумдың маҡсаты, уның барышы, ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең төбәк өсөн әһәмиәте, өс йыл рәттән үткән инвестиция һабантуйының һөҙөмтәһе бармы, юҡмы икәнлеге хаҡында, шулай уҡ төбәккә инвесторҙар йәлеп иткәндә урындағы халыҡтың тәҡдимдәре, теләктәре иҫәпкә алынамы, юҡмы икәнлеге, Вена, Стамбул һәм Нур-Солтан ҡалаһындағы Башҡортостан вәкиллегенең инвестиция сәйәсәтендә ниндәй роль уйнауы хаҡында белергә теләгән һорауҙар яңғыраны.

- Инвестһабантуйҙың төп маҡсаты - Рәсәйгә, тотош илгә Башҡортостанда перспективалы биләмә барлығы, уның Урал аръяғы тип аталыуы хаҡында белдереү. Ҙур түгел, әммә тәбиғәт байлыҡтары менән бик бай, ҡыҙыҡлы мөмкинлектәре булған төбәкте танытыу. Әле беҙ мәсьәләне тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ генә, сөнки был әлегә тик өсөнсө инвестһабантуй, ун бишенсе, егерменсе түгел. Ул ваҡытта беҙ ниндәйҙер һөҙөмтәләр хаҡында һөйләшә алыр инек. Шул уҡ ваҡытта бик ҡыуаныслы: бында яйлап булһа ла масштаблы инвестициялар проекты барлыҡҡа килә. Кисә беҙ Урал аръяғы өсөн бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ.

Урындағы халыҡтың фекере менән иҫәпләшмәйенсә, беҙ 30 миллиард һумлыҡ инвестицияны юғалттыҡ. Һүҙ "Рус баҡыр компанияһы" тураһында бара. Бер тапҡыр "янғас", беҙ был юҫыҡта хәҙер бик иғтибарлы. Хәйер, һәр предприятие тирә-яҡ мөхиткә тәьҫир итмәй ҡалмай. Ә республикала экология мәсьәләһе бик киҫкен тора.

Вена, Стамбул һәм Нур-Солтан ҡалаларында беҙ вәкиллек асып өлгөрҙөк, әммә коронавирус пандемияһы сәбәпле бәйләнеште нығытып өлгөрмәнек. Шуға күрә был майҙансыҡтарҙың һөҙөмтәле эше хаҡында әлегә нимәлер әйтергә иртәрәк. Шулай ҙа Төркиә менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды. Төрөк эшҡыуарҙары төрлө: уларҙы ауыл хужалығынан алып газ һәм нефть етештереү сәнәғәтенә тиклем ҡыҙыҡһындыра. Төрөктәр Рәсәйҙә үҙҙәрен төҙөлөш өлкәһендә киң танытҡан. Беҙҙә лә, Өфө ҡалаһында, ҡеүәтле төрөк фирмаһы  «Лимакмаращавтодороги» эшләй.

Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, ниндәйҙер һөҙөмтәләр хаҡында һүҙ йөрөтөү әлегә иртә. Өс йыл - бик аҙ ғына срок. Шулай ҙа алға китеш бар, сит ил инвесторҙары Урал аръяғы төбәген белә, уны таный һәм бында эшләргә теләге бар. Мәҫәлән, Йозеф Ласселсбергер әфәндене генә әйтеү ҙә етә.

Фото: glavarb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: