Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь 2021, 16:30

"Киләсәк фабрикаһы" реконструкцияланасаҡ

Ул ҡаланың элекке "Сибай" ҡунаҡханаһы бинаһында урынлашып, яңы бизнес-үҙәк барлыҡҡа киләсәк.

"Киләсәк фабрикаһы" реконструкцияланасаҡ
"Киләсәк фабрикаһы" реконструкцияланасаҡ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Сибай ҡалаһында III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйы үтте. Уның сиктәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров "Киләсәк фабрикаһы" инновациялы эшҡыуарлыҡ йортон реконструкциялау уңайынан капсула һалыуҙа ҡатнашты. Уны элекке "Сибай" ҡунаҡханаһы бинаһы янындағы таш аҫтына урынлаштырҙылар. Тиҙҙән бында өр-яңы бизнес-үҙәк асыласаҡ.

Ҡунаҡхана корпусы 2015 йылдан алып буш тора, элек бында Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалының ятаҡханаһы урынлашҡан ине. Уҡыу йорто ябылыу менән бина хужаһыҙ ҡалған.

- Үткән йыл мин Сибайға килгәндә, был үҙәкте булдырыу башланғысын хупланым. Бер йыл эсендә беҙ тик торманыҡ - проект эшләнек, кәрәкле документтарҙы әҙерләнек, экспертиза үткәрҙек, - тине Радий Хәбиров. - Киләһе йылда  яҡынса 190 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы бүленәсәк һәм ике йыл дауамында бинаны төҙөкләндерәсәкбеҙ.

Сибай эшҡыуарҙары ла яңы бизнес-үҙәк бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса өмөтлө һәм инновациялы идеяларҙы юғары дәрәжәлә тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне.

Был ваҡиға уңайынан төбәк Башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусылар менән бергә "Киләсәк фабрикаһы" бинаһы янында ағас үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашты.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: