

Кисә Стәрлетамаҡта булған сағында Радий Хәбиров Һаҡлыҡ банкының касса-инкассатор үҙәгенең операциялар офисы асылыуында ҡатнашты.
“Һаҡлыҡ банкы республикалағы ҙур эш биреүселәрҙең береһе булып тора. Улар иҡтисад һәм социаль өлкәләрҙәге ышаныслы партнерыбыҙ ҙа. Ауыл халҡы күп булған Башҡортостан кеүек ҙур төбәктә Һаҡлыҡ банкы үҙ офистары селтәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә һаҡсыл ҡарай. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Стәрлетамаҡта һеҙ яңы касса-инкассатор үҙәге төҙөнөгөҙ, бында 90 кеше эшләйәсәк. Был Ҡала көнөнә халыҡ өсөн матур бүләк”, – тине Радий Хәбиров.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов Һаҡлыҡ банкы бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Офисты асыу тантанаһында Һаҡлыҡ банкының Урал банкы рәйесе Дмитрий Суховерхов та ҡатнашты.
– Был беҙҙең үҫешеүебеҙ, ҡала һәм республиканың ҙур финанс партнеры булып ҡалыуыбыҙ билдәһе. Мин һеҙгә, Радий Фәрит улы һәм ҡала хакимиәтенә был проектты тормошҡа ашырыуҙағы ярҙам өсөн рәхмәт әйтәм. Ул ҙур инвестиция сығымдары талап итте. Бында бик күп эш башҡарылды. Тик быларҙың барыһы ла аҡланған, сөнки Башҡортостанда – үҫеш өсөн яҡшы мөхит булдырылған, – тине Дмитрий Суховерхов.
Радий Хәбиров Һаҡлыҡ банкының касса-инкассация үҙәген һәм мобиль офисын ҡарап сыҡты. Ул республиканың алыҫтағы ауылдарында йәшәгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бирә. Офисты төҙөү йыл ярым дауам иткән, бында комплекслы трансформатор ярҙамсы станцияһы һәм контейнер тибындағы дизель-генератор ҡоролмаһы төҙөлгән, тышҡы электр, һыу һәм газ селтәрҙәре үткән. Объекттың хаҡы 268 миллион һум тәшкил итә.
Фото: Башинформ.