Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Сентябрь 2021, 14:15

“БашкирБи” юл буйында ҙур комплекс төҙөй

Ер инвесторға сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға бирелә.

“БашкирБи” юл буйында ҙур комплекс төҙөй
“БашкирБи” юл буйында ҙур комплекс төҙөй

Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү программаһына ярашлы дәүләт ярҙамы сараһы булараҡ, ер участкаһын инвесторға сауҙалашыуһыҙ бирергә ҡарар ителде.

Архангел районындағы майҙаны өс гектарҙан ашыу ер “БашкирБи” компанияһына ҡуртымға тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғонда ошо турала әйтелә.

“БашкирБи” йәмғиәте күп йүнәлешле ҙур комплекс төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы планлаштыра. Ул АЗС-ты, ҡунаҡхананы, кафены, магазинды, автосервисты, автомобилдәр туҡталҡаһын үҙ эсенә аласаҡ.

– Әле был юл участкаһында заманса юл буйы сервисы объекттарына ихтыяж бар. Компания проектҡа 135 миллион һум инвестиция йүнәлтергә, 59 эш урыны булдырырға ниәтләй, – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. – Уртаҡ тырышлыҡ менән проектты уңышлы тормошҡа ашырыбыҙ, тип ышанам.

Был эш “Өфө–Инйәр–Белорет” автомобиль юлында Петропавловка ауылынан көнбайыштараҡ башҡарыла. 2021-2022 йылдарҙа – автозаправкалау станцияһы, ә 2022-2023 йылдарҙа сервис комплексын төҙөү ҡарала.

Мәғлүм булыуынса, әле 57 инвестор менән үҙ-ара бәйләнеш булдырылған, инвестицияның дөйөм күләме – алты миллиард һумдан ашыу. “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында 23 инвесторҙың юл буйы сервисы өлкәһендәге проекттары ҡаралған.

Әйткәндәй, юл буйы сервисы объекттары Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инә ала. Инвесторҙарға ярҙам күрһәтелә. Проект 50 миллион һумдан ашыу инвестиция йүнәлтеүҙе һәм кәмендә 25 эш урыны булдырыуҙы күҙаллаһа, инвестор ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыуға дәғүә итә ала. Тағы ла бер дәүләт ярҙамы сараһы – транспорт һәм инженерлыҡ инфраструктураһы объекттарын төҙөүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплау.

 

Фото: trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/394363/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: