Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Сентябрь 2021, 19:30

Белоретта – йәнә ҡыуаныслы ваҡиға

Бөгөн унда рессоралар етештереү заводы асылды.

Белоретта – йәнә ҡыуаныслы ваҡиға
Белоретта – йәнә ҡыуаныслы ваҡиға

Бөгөн Белоретта “Рессора” фәнни-етештереү фирмаһының рессоралар етештереү буйынса яңы заводы асылды. Был – Урал пружиналар заводының инвестиция проекты. Төп идея - транспорт саралары сығарған Рәсәй предприятиеларын сифатлы автокомпоненттар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү, шулай уҡ Белоретта яңы эш урындары булдырыу һәм Европа баҙарына сығыу. Проектҡа инвестиция күләме – 500 миллион һум.

“Белоретҡа сираттағы тапҡыр күңелле ваҡиға айҡанлы киләбеҙ, күптән түгел генә БМК-ла металл прокаты линияһын асҡайныҡ. Бөгөн иһә Урал пружиналар заводының уңышына ҡыуанабыҙ. Был проект бер йыл элек өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелгәйне. Предприятие инновациялы, бында эш өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған. Завод етәкселеге артабан да үҙ эшселәре хаҡында хәстәрлек күрер тип ышанам”, – тине Радий Хәбиров объектты асыу тантанаһында.

“КамАЗ” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин Рәсәйҙә заманса технологияларға эйә булған ҡеүәтле һәм компактлы производстволар барлыҡҡа килеүен билдәләне. “Тәүге рессораларҙың сыға башлауын түҙемһеҙлек менән көтәм һәм завод заманса автомобилдәр өсөн кәрәкле продукция етештерә башлар тип өмөтләнәм”, – тине ул.

“УРАЛ” автомобиль заводының генераль директоры сәнәғәттең үҫешенә ҡыуанысын белдерҙе. “Сифатлы автомобиль сифатлы комплектлау өлөштәренән эшләнә. Бергәләп Рәсәй автомобиль сәнәғәтенең сифатын яҡшыртырбыҙ тип ышанам”, – тине ул.

Заводты асыу тантанаһында шулай уҡ “Уралвагонзавод” концерны генераль директоры урынбаҫары Борис Мягков бындай ваҡиғаның тап Башҡортостан биләмәһендә булыуына ҡыуанысын йәшермәне. “Ишембайҙа беҙҙең “Витязь” предприятиеһы бар. Республика етәкселегенең сәнәғәтте үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалыуын күрәбеҙ. Был предприятиены ла уңыш көтә”, – тине ул.

“Рессора” фәнни-етештереү фирмаһы заводы генераль директоры Денис Лоҡманов үҙ сиратында предприятиеның Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәтенең ярҙамын даими тойоуын билдәләне. Радий Хәбиров завод хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары, ә предприятие етәксеһе Денис Лоҡмановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырҙы.

Мәғлүм булыуынса, заманса производство рессора продукцияһының сифатын Европа стандарттарына тиклем яҡшыртыу, уның яңы төрҙәрен үҙләштереү мөмкинлеген бирәсәк. Айына бында 1200 тонна рессора сығарыу планлаштырыла.

Әйткәндәй, Белореттағы иҫтәлекле ваҡиға тураһында республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты. “Бер йыл элек Белореттағы “Рессора” фәнни-етештереү предприятиеһын өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә индергәйнек. Һәм бына шуның һөҙөмтәһенә шаһитбыҙ. Бөгөн Белоретта яңы рессоралар производствоһын астыҡ. Уның Рәсәйҙә пружина продукцияһы етештереү һәм тәьмин итеү йәһәтенән алдынғы предприятие, флагман – Урал пружиналар заводы нигеҙендә ойошторолоуы мөһим.

Яңы предприятие баҙарға йылына 14 мең тонна продукция сығарасаҡ. Тармаҡта уға ихтыяж булырына иманым камил. “КамАЗ”, “Уралвагонзавод”, “УРАЛ” кеүек ҙур сәнәғәт предприятиелары уның даими заказсыларына әүерелеүенә иҫәп тотабыҙ.

Яңы предприятиела бөтә нәмә инновациялы, алдынғы, тулыһынса автоматлаштырылған. Завод командаһына эшкә намыҫлы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт. Бында ярты миллиард һум йүнәлтелгән, 98 кеше эш менән тәьмин ителгән.

Яңы производство энергетика, машиналар, вагон эшләү тармағындағы төп предприятиелар өсөн изделиелар сығарыу йәһәтенән республика позицияларын нығытыр, тип ышанам.

Яңы предприятие асылыу менән барығыҙҙы ла ҡотлайым, артабан киттек”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: bashinform.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: