Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Сентябрь 2021, 21:45

"Йылына өс меңдән ашыу автобус етештерә алырбыҙ"

Башҡортостан Башлығы “КамАЗ”дың генераль директоры менән осрашты.

"Йылына өс меңдән ашыу автобус етештерә алырбыҙ"
"Йылына өс меңдән ашыу автобус етештерә алырбыҙ"

Бөгөн Белорет ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “КамАЗ” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты. Көн тәртибендә автомобиль концернының беҙҙең республика биләмәһендәге ярҙамсы предприятиеларын үҫтереү, етештереү күләмен, продукция төрҙәрен арттырыу, төбәктәге ошо тармаҡ предприятиелары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре ҡаралды.

Осрашыу алдынан Радий Хәбиров менән Сергей Когогин “КамАЗ”дың ярҙамсы предприятиеһы – Туймазы автобетон ташығыстар заводы нигеҙендә заманса сәнәғәт технопаркы булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Предприятие биләмәһендә инженер инфраструктураһы менән тәьмин ителгән буш корпустар бар. Уларҙы ремонтлағандан һуң бизнес өсөн 20 мең квадрат метр майҙан барлыҡҡа киләсәк.

Туймазы автобетон ташығыстар заводы парктың төп резидентына әйләнәсәк һәм үҙ биләмәһендә төрлө тағылма техника етештереүҙе башлап ебәрәсәк. Был тармаҡ бында Нефтекаманан күсерелә, ә холдингтың тағы бер ярҙамсы предприятиеһы булған “НефАЗ” бөтә көстө һәм мөмкинлекте автобустар етештереүгә йүнәлтәсәк.

"Беҙҙең өсөн был – эре инвестиция проекты, ысынбарлыҡта уны тәүге этапта – дүрт мең, икенсе этапта ете мең самаһы тағылма техника етештереүгә һәләтле завод тип атарға мөмкин, – тине Сергей Когогин. – Шулай уҡ беҙ сәнәғәт технопаркы булдырыу буйынса ла берҙәм эшмәкәрлек хаҡында килештек. Был бик мөһим".

“КамАЗ”дың беҙҙең республикалағы ярҙамсы предприятиеларында күләмле инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла, тип билдәләне холдингтың генераль директоры. Мәҫәлән, Туймазыла ярымтағылма техника етештереүҙең тулы циклын өйрәнәләр, ә Нефтекамала йылына өс мең берәмеккә тиклем пассажир автобустары етештереү ҡеүәтен үҙләштереүҙе күҙаллайҙар.

"Элекке килешеүҙәргә ярашлы, быйыл Башҡортостан ҙур класлы 100 автобусҡа эйә буласаҡ. Уларҙың 20-һе маршруттарға сыҡты ла инде, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – 2022 йылда тағы 100 автобус алырға планлаштырабыҙ. Республикабыҙҙағы транспорт баҙары бик ҡеүәтле".

Осрашыу барышында Радий Хәбиров менән Сергей Когогин лизинг шарттарында тағы 160 ҙур класлы автобус һатып алыуға ҡағылышлы мәсьәләне ҡараны.

"Башҡортостан – беҙҙең өсөн мөһим республика. Нефтекама автозаводының үҫеш темпы холдингка ҡараған предприятиелар араһында иң юғары. Мин “НефАЗ”ды “КамАЗ”дың тажындағы бриллиант тип атайым, – тине Сергей Когогин. – Радий Фәрит улы менән октябрҙә был заводтың инвестиция программаһын ҡарарға килештек. Унда йылына өс меңдән ашыу автобус етештерә алырбыҙ, тип уйлайым. Әгәр илебеҙҙә йәмәғәт транспортын яңыртыу әлеге темп менән барһа, беҙгә ҡеүәтте арттырырға ла тура киләсәк".

Белорет ҡалаһында үткән осрашыу тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы. “Асылда был яңы эш урындары, һалымдар, Туймазы районының, республиканың иҡтисадына тос өлөш һәм “НефАЗ”ды һиҙелерлек яңыртыу буласаҡ”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: