Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Сентябрь 2021, 21:00

2023 йылға әҙер буласаҡ

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров иң ҙур инфраструктура объектын – Өфөнән Көнсығыштан сығыу юлы төҙөлөшө барышын ҡараны.

2023 йылға әҙер буласаҡ
2023 йылға әҙер буласаҡ

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров иң ҙур инфраструктура объектын – Өфөнән Көнсығыштан сығыу юлы төҙөлөшө барышын ҡараны. Ул яңы трассаның Федоровка – Шаҡша автоюлы менән киҫешкән ерендә һәм Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һалынған майҙанында булды.

* * *

Көнсығыштан сығыу юлы проекты Федоровка – Шаҡша автоюлы менән киҫешкән ерҙә “туҡранбаш япрағы” кеүек транспорт сиселеше төҙөүҙе күҙ уңында тота. Юл йөрөүселәргә артыҡ ауырлыҡ һалмаҫ өсөн, ваҡытлыса урап үтә торған юл төҙөлдө.

Буласаҡ транспорт сиселеше – Көнсығыштан сығыу юлы проектындағы иң ҙуры. Төҙөлөш бөткәс, Федоровка – Шаҡша автоюлы Көнсығыштан сығыу юлы өҫтөнән дүрт һыҙатлы юл үткәргесе рәүешен аласаҡ.

Радий Хәбиров ваҡытлыса юлдың сифатын баһаланы, төҙөүселәр менән килеп тыуған ҡатмарлылыҡтар тураһында һөйләште. “Башҡорт концессия компанияһы” ойошмаһының генераль директоры Асабали Закавов һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡайһы бер ер участкаларын хужаларынан алыуға бәйле бәхәстәр бар. Инерт материалдарҙы килтереү ҙә тулыһынса хәл ителмәгән. Республика етәксеһе тейешле ярҙам күрһәтеләсәген әйтте.

* * *

Көнсығыштан сығыу юлының мөһим өлөшө – Ҡариҙел аша һалынған күпер. Был объекттың дүрттән бер өлөшө әҙер. Эстакаданың 66 терәүенең 38-е, буласаҡ күперҙең 110 бағанаһы ҡуйылған. Монолитҡа, металл конструкцияларына бәйле эштәрҙе 2022 йылға тамамларға ниәтләйҙәр.

Радий Хәбиров эстакадаға күтәрелеп, эшселәр менән аралашты, тирә-яҡ биләмәнең үҫеш юлдары тураһында фекер алышты.

"Урындағы халыҡҡа өйҙәренә ҡайтыу, баҡсаларына йөрөү уңайлы булһын өсөн, Көнсығыштан сығыу юлы өҫтөнән уҙасаҡ юл үткәргестәрҙе күҙ уңында тотҡанбыҙ, – тине республика етәксеһе. – Бөтә ҙур төҙөлөштәр ҙә иғтибар талап итә. Ә был – Волга буйы федераль округында иң ҙур инфраструктура проекты, Рәсәйҙә лә иң эреләрҙең береһе. Юл ҡатмарлы, төрлө ҡыйынлыҡтар менән барлыҡҡа килә. Шулай ҙа уның менән ысынлап ғорурланабыҙ. Төҙөлөштөң күләме иҫ китерлек ҙур. Бында бер ыңғай 2 400 кеше, 170 берәмек техника эшләй. Күпер төҙөү өсөн 5 900 тонна металл объектҡа килде лә инде. Йыл аҙағына юл 40 процентҡа әҙер булырға тейеш, был ҡаралған графиктан байтаҡҡа алдараҡ. Көнсығыштан сығыу юлын, вәғәҙә иткәнсә, шулай уҡ алдан, 2023 йылға тапшырасаҡбыҙ".

“Башҡорт концессия компанияһы” ойошмаһының генераль директоры Асабали Закавов билдәләүенсә, төҙөлөшөндә ВТБ төркөмө ҡатнашҡан әлеге юл – ил төбәктәрендә эре инфраструктура проекттарын уңышлы атҡарыуҙың яҡшы үрнәге. “Объектты планлаштырғанда уҡ Башҡортостан етәкселеге юғары сифат күрһәткестәренә нигеҙ һалды, беҙ уларҙы теүәл үтәйбеҙ”, – тине ул.

Республика Башлығы социаль селтәрҙә Көнсығыштан сығыу юлына бәйле тәьҫораттары, эш барышы тураһында яҙма менән бүлеште. "Күпте күргән Көнсығыштан сығыу юлы... Хәҙер ул әүҙем фазала, төҙөлөш эштәренең 30 проценттан ашыуы башҡарылды", – тип белдерҙе республика етәксеһе.  

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: