Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Сентябрь 2021, 13:30

Межгорье үҫешергә тейеш

Межгорьела Хөкүмәт Президиумының күсмә ултырышы үтте. Ҡаланың махсус статусы булһа ла, бында шундай уҡ республика кешеләре йәшәй һәм уларға ла уңайлы шарттар булдырыу мөһим. 

Межгорье үҫешергә тейеш
Межгорье үҫешергә тейеш

Кисә, 15 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Межгорье ҡалаһында республика Хөкүмәте Президиумының күсмә ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре.

– Межгорьеның махсус статусы бар – ябыҡ административ-территориаль берекмә. Тик бында шундай уҡ кешеләр йәшәй, уларҙы ла бар республика халҡын борсоған проблемалар борсой. Һәм беҙ уларҙы хәл итергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.  – Һәр министрлыҡ үҙ компетенциялары сиктәрендә муниципалитетты яңыртыу һәм уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә эшләргә тейеш. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе булып, беҙҙең вәкәләттәр сиктәрендә Межгорье ҡалыһын үҫтереү өсөн юл картаһы барлыҡҡа килергә тейеш.

Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вячеслав Калугин белдереүенсә,  республиканың иң йәш ҡалаһы күп сәбәптәр буйынса ғәҙәти түгел. Беренсенән, ул ябыҡ һәм биләмәлә махсус режим ғәмәлдә. Икенсенән, ул ике биҫтәгә бүленгән – Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнбайыш, улар бер-береһенән 25 километр алыҫлыҡта.

– Ҡала халҡына тотороҡло транспорт тәьминәте кәрәк. Яңы дарыухана пунктарында мохтажлыҡ бар. Эшҡыуарлыҡ та еңел генә үҫешмәй, – тине Вячеслав Калугин. – Коммуналь селтәрҙәрҙе төҙөкләндереү буйынса ла һорауҙар күп. Иң мөһиме – таҙартыу ҡорамалдары хәле.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, ҡалала канализация һәм торған һыуҙы таҙартыу системаһы һөҙөмтәле түгел һәм ул сығымдарға килтерә. Радий Хәбиров яңыны төҙөр өсөн проект эштәренә быйыл ике миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. Киләһе йылда проектлау дауам итәсәк һәм артабан яңыһы төҙөләсәк.

Башҡортостан Башлығы бында төҙөкләндереү һәм “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыуға айырым иғтибар итте. 2019 йылда ҡалала ике парк төҙөкләндерелгән, тағы ике ял зонаһы асылыуға әҙерләнә. Быйыл августа Межгорье уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән, уның сиктәрендә ҡаланың төп майҙанын һәм Еңеүҙең 40 йыллығы урамы буйлап йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндерәсәктәр.

– Федераль һәм республика финанслауын иҫәптә тотоп, Межгорье был маҡсаттарҙа 70 миллион һум аҡса аласаҡ. Тик бында ихаталарҙы ла төҙөкләндерегә кәрәк. Бөгөн мин уларҙың бер нисәһен ҡараным. Таҙа, тик бик ярлы ғына, – тине Радий Хәбиров.

Ул Торлаҡ-хужалыҡ министрлығына киләһе йылда, алдан планлаштырылғанса бер түгел, ә биш ихатаны төҙөкләндереү өсөн аҡса табырға ҡушты.

Межгорье ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау системаһында федераль учреждениелар эшләй. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙенең вәкәләттәре сиктәрендә ҡала халҡын медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләһе өсөн яуаплы. Шул уҡ ваҡытта бында уңайлы эш графигы менән дарыухана пункттары юҡ. Радий Хәбиров был мәсьәләне бер ай эсендә хәл итергә ҡушты.

– Ике айырым район һәм уларҙа уңайлы дарыухана юҡ – бик насар. Хәлде тикшерергә һәм тәҡдимдәр әҙерләүҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ ул коронавирустан вакцинациялау темпын да үҫтерергә ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, 15 сентябргә ҡарата бында халыҡтың 37 проценты ғына вакцина һалдырған.

Трнаспорт һәм юл инфраструктураһы темаһы ла Межгорье өсөн бик мөһим ине. Башлыҡ Транспорт министрына даими ҡала пассажир ташыуҙарын ойоштороу, КПП-нан тәбиғәт паркына тиклем булған муниципаль юлды Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы балансына күсереү мәсьәләһен тиҙләтеүҙе һораны.

– Межгорье кешеләре әйтеүенсә, ҡаланың бер өлөшөнән 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан икенсе өлөшөнә тиклем тау-таш араһынан барып етер өсөн попутка эҙләргә кәрәк. Улай булырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. - Урындағы юлдарға ҡырсынташ түшәү буйынса 2022 йылға республика бюджетынан аҡса бүләсәкбеҙ, тик федераль бюджеттан да аҡса алыу мәсьәләһен тикшерер кәрәк.

Шулай уҡ Хөкүмәт Президиумы ултырышында Мәҙәниәт һәм ял үҙәге менән ҡала китапханаһын капиталь ремонтлау мәсьәләһе ҡаралды.

Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, киләһе йылдарҙа бында өс ҙур спорт объекты төҙөкләндереләсәк һәм төҙөләсәк. Мәҫәлән, 2024 йылда заманса бассейн төҙөлөргә тейеш. Шулай уҡ Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса “Төҙөүсе” стадионы төҙөкләндерелергә һәм хоккей манежына яһалма газон һалынырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы Межгорьены “Ауыл тренеры” төбәк программаһына индерергә ҡушты.

Кәңәшмәнең тағы бер темаһы – эшҡыуарлыҡты үҫтереү булды.

– Ҡаланың махсус статусы эшлекле әүҙемлекте кәметә. Дөйөм инвестициялар һаны 6 миллион һум булған 24 инвестиция проекты һәм 37 эш урыны булдырыу – был ҡала өсөн бик әҙ.

Бында инвестиция әүҙемлеген арттырыу өсөн яңы инструменттар булдырырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Төбәктең Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов белдереүенсә, Межгорьела эшләү өсөн гарантия һәм лизинг фондтарын йәлеп итеү планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы халыҡ өсөн күсмә семинарҙар ойошторорға, ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт биреп торорға ҡушты.

Радий Хәбиров Хөкүмәткә 10 октябргә тиклем Межгорье ҡалаһын социаль-иҡтисади үҫтереү өсөн программа әҙерләргә ҡушты.

– Был ябыҡ ҡаланың яҙмышы ҡыҙыҡ. Иҫ китмәле матур тәбиғәт бар, тик көнкүреш мәсьәләләр ҙә күп. Беҙ ҡала халҡын иғтибарһыҙ ҡадырмайбыҙ, үҙебеҙҙең вәкәләттәр сиктәрендә ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ә тағы Межгорьела Һабантуй ойошторорға кәрәк. Ул бында бер тапҡыр ҙа үткәрелмәгән. Халыҡҡа был байрамды бүләк итергә кәрәк. Бында беҙ бөтәбеҙ ҙә бер республикала йәшәйбеҙ. Дөйөм алғанда, комплекслы ҡараш ҡына хәлде үҙгәртә ала. Беҙгә ҡаланы үҫтереү өсөн юл картаһы булдырырға һәм уны аныҡ үтәргә кәрәк.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: