Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Сентябрь 2021, 08:45

Умартасылар симпозиумына арнала

Был сараға арналған брифинг бөгөн 10.00 сәғәттә башлана. 

Умартасылар симпозиумына арнала
Умартасылар симпозиумына арнала

Бөгөн республика Хөкүмәтендә 20-21 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк Умартасыларҙың халыҡ-ара онлайн-симпозиумына арналған брифинг үтә. Ул 10.00 сәғәттә башлана.

Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Апимондияның генераль секретары Риккардо Джаннони-Себастианини (онлайн), Рәсәй милли умартасылар союзы президенты Арнольд Бутов (онлайн), республикалағы “Алтын солоҡ” умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм таратыу буйынса төбәк-ара үҙәк директоры Марат Хәсәнов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең лаборатория мөдире Алексей Николенко сығыш яһаясаҡ.

Белеүебеҙсә, Умартасыларҙың халыҡ-ара онлайн-симпозиумы Мәскәүҙә “Апимондия” конгресын уҙғарыуға 50 йыл тулыуға арнала һәм ул Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Апимондия секретариаты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә. Был сара 2022 йылдың сентябрендә Өфөлә үтәсәк 47-се Апимондия конгресына әҙерлек сиктәрендә лә ойошторола. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: