Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Сентябрь 2021, 17:30

Умартасыларҙы онлайн симпозиумда ҡатнашырға саҡыралар

Бөгөн республика Хөкүмәтендә 20-21 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк Умартасыларҙың халыҡ-ара онлайн-симпозиумына арналған брифинг үтте

Умартасыларҙы онлайн симпозиумда ҡатнашырға саҡыралар
Умартасыларҙы онлайн симпозиумда ҡатнашырға саҡыралар

Бөгөн республика Хөкүмәтендә 20-21 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк Умартасыларҙың халыҡ-ара онлайн-симпозиумына арналған брифинг үтте. Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Апимондияның генераль секретары Риккардо Джаннони-Себастианини (онлайн), республикалағы “Алтын солоҡ” умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм таратыу буйынса төбәк-ара үҙәк директоры Марат Хәсәнов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең лаборатория мөдире Алексей Николенко сығыш яһаны.

Умартасыларҙың халыҡ-ара онлайн-симпозиумы Мәскәүҙә “Апимондия” конгресын уҙғарыуға 50 йыл тулыуға арнала һәм ул Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Апимондия секретариаты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә. Был сара 2022 йылдың сентябрендә Өфөлә үтәсәк 47-се Апимондия конгресына әҙерлек сиктәрендә лә ойошторола.

  • Быйыл Башҡортостанда 12 мең тонна бал йыйып алынған, шуның 7 тоннаһы – тауар балы. Балдың мул булыуы уның хаҡы төшөүгә килтерә, шуға бал етештереүселәрҙе хаҡты төшөрмәҫкә, әлегә балды тотоп торорға саҡырам.
    Республикала үтәсәк виртуаль симпозиум умартасыларҙы борсоған проблемаларҙы уртаға һалып хәл итергә, видеоархив булдырырға ярҙам итәсәк. Пандемия шарттарында бындай ҙур саралар үткәрергә өйрәндек. Тәжрбиә тупланды, киләһе йыл “Апимондия - 2022” халыҡ-ара сараһын үткәреүгә республика әҙер, - тип билдәләне үҙ сығышында Илшат Фәзрахманов.

Апимондияның генераль секретары Риккардо Джаннони-Себастианини пандемияның иҡтисадҡа ҙур зыян килтереүен телгә алып китте.

  • Пандемияның һөҙөмтәләре әле булһа иктисадта сағылыш таба. Симпозиум барышында был хаҡта ла һөйләшеп алырбыҙ. Ауыл хужалығы, шул иҫәптән умартасылыҡ өлкәһенә пандемия ныҡ тәьҫир итте. Апимондия федерацияһы ла был заман бәләһе арҡаһында планлаштырылған сараларҙан баш тартты, шуға хәл итәһе, уртаға һалып һөйләшәһе мәсьәләләр күбәйҙе. Шулай ҙа, пандемияның бер ыңғай тәьҫирен инҡар итеп булмай – донъя халҡы экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә иғтибарын арттырҙы. Был исемлектә бал тәүге урында килә һәм сифатлы бал етештереү, бал ҡорттарын һаҡлау мәсьәләләре көнүҙәккә әүерелде. Симпозиум мәлендә умартасыларҙы борсоған һорауҙар, балдың сифатын тикшереү үҙенсәлектәре, бал етештереүҙе сәнәғәт масштабтарына еткереү кеүек һорауҙарға яуаптар эҙләйәсәкбеҙ.

Симпозиумдың сайты эш башлаған. Сарала ҡатнашырға теләүселәр түбәндәге һылтанма буйынса теркәлеү үтергә тейеш: https://apimondia.seminar.live/

 

 

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: