

Баймаҡ урман хужалығы ойошторолоуға 85 йыл тулыу һәм Урмансылар көнөнә арналған сарала урындағы иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.
Халыҡ ижады үҙәгендә Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте көнөнә арналған саралар үтте, унда Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Носратуллин, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты. Улар үҙ сығышында урындағы тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең төрлө программаларҙа ҡатнашыуын, шул иҫәптән урмандарҙы тергеҙеүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне. Әйтәйек, урман тергеҙеү эшмәкәрлеге күләме буйынса Баймаҡ районы йыл һайын республикала иң яҡшы ун муниципалитет иҫәбенә инә.
Сарала шулай уҡ янғындар темаһы күтәрелде. Азамат Носратуллин әйтеүенсә, районда быйыл 943 гектар майҙанда 37 урман янғыны теркәлгән.
2021 йыл - Баймаҡ урман хужалығы өсөн юбилей йылы. Ошо айҡанлы сарала тармаҡтың барлыҡ етәкселәрен һәм ветерандарын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алдылар.
Сара иң яҡшы эшселәрҙе һәм янғын һүндереүҙә ҡатнашҡандарҙы бүләкләү менән тамамланды. Халыҡ ижады үҙәге артистары һәм ҡаланың ижад коллективтары бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙы.
Фото: Азамат Мөхәмәтшин.