

Ауыл һәм ҡалаларҙа ташландыҡ йорттар, биналар күп. Улар йылдар дауамында төҙөкләндерелмәй, ҡарауһыҙ тора. Хужаһыҙ йорттар тирә-яҡты йәмһеҙләй, шулай уҡ янғын хәүефе сығанағы ла. “Росреестр” мәғлүмәттәре буйынса, республикала быйыл алты ай эсендә хужаһы булмаған 1136 күсемһеҙ милек теркәлгән. Был биналар суд ҡарарына ярашлы муниципалитеттарға тапшырыласаҡ, һуңынан үҙ торлағын төҙөргә теләгән кешеләргә биреләсәк.
Ташландыҡ йорттар булмаһын
Йәмәғәтселәр төбәктә ташландыҡ биналарға күптән иғтибар йүнәлтте. Ундайҙар араһында элекке фермалар, иген ырҙындары, келәттәр ҙә бар. Шулай уҡ торлаҡ йорттар ҙа, бер кем дә йәшәмәгәнлектән, ҡарауһыҙ тора. Улар ауылдарҙың йөҙөн боҙа, күп осраҡта авария хәлендә булып, кеше һаулығын, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Был мәсьәләне хәл итеүгә Дәүләт Думаһының VII саҡырылыш депутаты Зариф Байғусҡаров ҙур өлөш индерә. Ул, ташландыҡ биналарҙы файҙаланыу тәжрибәһен ил буйынса өйрәнеп, Башҡортостан муниципалитеттары өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләгән.
“Рәсәй буйынса ауыл биләмәләренең хужаһыҙ төҙөлөштәрҙе милеккә күсереү буйынса суд тәжрибәһе ҙур. Беҙ быны атҡарыу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләп (Башҡортостан буйынса “Росреестр” идаралығы һәм республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән килешеп эшләнде), 2020 йылдың июнендә уларҙы барлыҡ ҡала-район хакимиәттәренә ебәрҙек. Муниципалитеттар был методик тәҡдимдәрҙе әүҙем ҡуллана, эш башланды”, – тип һөйләне Зариф Байғусҡаров.
Методик тәҡдимдәрҙә мәсьәләне хәл итеүҙең ике юлы күрһәтелә. Беренсеһенә килгәндә, ташландыҡ бинаның хужаһы бар, әммә ул уны төҙөкләндермәй. Хужаға ҡарата административ комиссиялар йоғонто яһау сараһын күрә, әгәр был да тәьҫир итмәһә, объектты хужаһыҙ тип таныу буйынса суд эше башлана.
Икенсеһе – объектҡа милекселек теркәлмәгән осраҡ. Ул саҡта суд аша бинаны хужаһыҙ тип танып, муниципалитет мөлкәте тип рәсмиләштереү тәҡдим ителә. Башҡортостандағы төбәк законына ярашлы, муниципалитеттағы административ комиссия бина хужалары менән эшләргә һәм уларҙы үҙҙәренең милкен ҡарамаған, төҙөкләндермәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырырға тейеш.
Әле Әбйәлил районында ташландыҡ биналарҙы асыҡлау, муниципаль милеккә тапшырыу буйынса системалы эш башланған. “Районда бөтәһе 28 хужаһыҙ объект асыҡланды, уларҙың 13-өн ауыл биләмәләре милеге итеп таныу тураһында суд ҡарары сығарылды, ҡалғандары буйынса ғаризалар район судында ҡарала”, – тине муниципаль милек идаралығы буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Розалиә Ҡунаҡбаева.
Уның һүҙҙәренсә, методик тәҡдимдәр эштә бик ярҙам итә. Йәнгел ауыл биләмәһендә урынлашҡан иген ырҙыны буйынса суд ҡарары бар. Элек ул совхозға ҡараған, инде 20 йылдан ашыу хужаһыҙ тора. Розалиә Ҡунаҡбаева аңлатыуынса, ауыл биләмәһе милек хоҡуғын теркәүгә документтар тапшырған, киләсәктә уны үҫемлекселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән крәҫтиән (фермер) хужалығына һатыу өсөн хаҡ ҡуйыла.
Зариф Байғусҡаров фекеренсә, ташландыҡ биналарҙы алып ташлау буйынса махсус программа кәрәк. Бинаны рәткә килтереү бурысы алған эшҡыуарҙар һәм фермерҙар яңы эш урындары булдырасаҡ, яңы гранттар аласаҡ.
Муниципалитеттар өсөн дә мәсьәләне хәл итеү отошло. Бындай объекттарға хоҡуҡты теркәү төҙөлөшкә ер биләмәһе ала алмағандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк.
“Әгәр ҙә был мәсьәлә менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнһәк, беҙҙең ауылдарҙа ташландыҡ йорттар булмаясаҡ, сөнки улар янғын хәүефен тыуҙыра. Бындай биналарға ингән балалар һаулығына, ғүмеренә хәүеф тыуа. Шулай уҡ ошондай төҙөлөштәр ауыл йөҙөн йәмһеҙләй”, – тип иҫәпләй Зариф Байғусҡаров.
Тауышлы рекламаға сикләү индерелде
Тәҙрә төбөгөҙҙә көн буйы тауар йәки хеҙмәт тәҡдим итеп, ҡысҡыртып тауыш аппаратураһын эшләтеп ҡуйһалар, әлбиттә, ризаһыҙлыҡ белдерер инегеҙ. Ниһайәт, быға сик ҡуйылды – 25 августан “Реклама тураһында” федераль закондың 19-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” ғы 150-се федераль закон ғәмәлгә инде. Ул биналарҙың диуарында, ҡыйығында, торлаҡ йорттарҙа тауыш ҡорамалдарын ҡулланыуҙы тыя.
Шул уҡ ваҡытта ул баҙарҙа һәм кеше күп йыйылған урында күсмә колонкаларҙы йөрөтөүгә ҡағылмай. Закон сығарыусылар бындай рекламаны тыйыу һатыусыларҙың һәм рекламасыларҙың хоҡуғын сикләй тип иҫәпләй.
Дәүләт Думаһының VII саҡырылыш депутаты Павел Качкаев ошондай аңлатма бирҙе: ”Беҙ “Реклама тураһында” закон ҡабул иткәндә, Әстрхан өлкәһе Думаһының тауыш рекламаһын бөтөнләй тыйыу тураһындағы төҙәтмәһен ҡараныҡ, уға ҡарата төрлө фекерҙәр булды, әммә тауыш рекламаһын тулыһынса тыймаҫҡа ҡарар иттек. Был йәһәттән теге йәки был павильонда тауарҙар булыуы хаҡында хәбәр иткән “Кубань казактары” фильмы иҫкә төштө, унда рекламаланған тауар һәм хеҙмәттәр махсус тәғәйенләнгән махсус урындарҙа ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта йорт фасадтарында, ҡыйыҡтарында тауышлы рекламаны ҡулланыуҙы тыйырға кәрәк тип иҫәпләйем. Кешелә насар ҡараш тыуҙырған, ял итергә ҡамасаулаған әйберҙәрҙән ҡотолоу мөһим”.
“Маэстро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Максим Лушин, законға нигеҙләнеп, былай тип белдерҙе: “Тышҡы тауышлы рекламаны тулыһынса тыйыуға ҡаршымын, әммә баҙар ҡағиҙәләрен көйләүгә ҡуш ҡуллап риза. Урам радиоһы тәү сиратта кешеләрҙә граждандар оборонаһы сигналы буйынса сара күреү оҫталығын арттырыу, халыҡты, биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә яҡлау, янғын хәүефһеҙлеге буйынса тематик белем биреүҙе таратыу һәм тапшырыу өсөн булдырылған. Асыҡ урам тапшырыуы системаһы ярҙамында ғәҙәттән тыш хәлдәр, ғәрәсәттәр, террорсылыҡҡа ҡаршы кампаниялар алып барыла. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы быны һауа торошо шарттары үҙгәргән саҡта, һыу инеүҙе сикләгән мәлдә, янғын хәүефе янағанда, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында файҙалана. ЮХХДИ йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт хәл-ваҡиғаһын кәметеүгә йүнәлтелгән аудиороликтар урынлаштыра. Был юлдарҙа балалар үлемен кәметеүгә булышлыҡ итә. Полиция “урам радиоһы” аша юғалған граждандарҙы эҙләй, халыҡҡа телефондан мутлашыусылар, террорсылыҡ тураһында хәбәр итә, кеҫә бурҙарынан һаҡ булырға саҡыра”.
- Рәмилә МУСИНА.