Иҡтисад
17 Сентябрь 2021, 17:30

Республика инвесторҙарҙы йәлеп итерлек булһын

"Республика 210 сараның 102-һен үтәне лә инде. Уларҙың күбеһе ойошмаларҙы һәм халыҡ өсөн дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе һанлаштырыуға ҡағыла".

Республика  инвесторҙарҙы йәлеп итерлек булһынРеспублика  инвесторҙарҙы йәлеп итерлек булһын
Республика инвесторҙарҙы йәлеп итерлек булһын

Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инвестиция климаты торошо милли рейтингына ярашлы сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Рейтингты йыл да Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика тәүге тапҡыр инвестиция рейтингының бишенсе баҫҡысына күтәрелде. Бер йыл элек 9-сы булһа, 2018 йылда ни бары 16-сыла ғына ине.

– Был - власть органдары эшмәкәрлегенең бик мөһим йүнәлеше, сөнки төбәктең инвестиция йәһәтенән ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ рейтингын, нигеҙҙә, беҙҙең эштең йөкмәткеһе билдәләй, – тине Радий Хәбиров. – Федераль структуралар һәм үҫеш институттары менән аныҡ коммуникация тап шунан тора. Был Башҡортостанға эре инвесторҙар килеүе өсөн кәрәк. Һөҙөмтәлә ҡалаларҙа һәм райондарҙа йәшәгән кешеләр өсөн тормош уңайлыраҡ буласаҡ.

Башҡортостандың стратегик аудит төркөмө етәксеһе Юлия Вострикова милли рейтингта республика күрһәткестәрен яҡшыртыу буйынса саралар һөҙөмтәһе тураһында һөйләне.

"Республика 210 сараның 102-һен үтәне лә инде, – тине ул. – Уларҙың күбеһе ойошмаларҙы һәм халыҡ өсөн дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе һанлаштырыуға ҡағыла. Ҡағыҙҙан һанға күсеү төбәктең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыслығын арттырасаҡ. Башҡортостанға ғорурланыу өсөн урын бар".

Республика етәксеһе Дәүләт идараһының һанлы үҫеш, Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлыҡтарына күпселек дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрен һанлы форматҡа күсергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Көнүҙәк мәсьәләләрҙе ентекле тикшергәндән һуң Башҡортостан Башлығы министрлыҡтарға, ведомстволарға инвестиция климаты торошо милли рейтингына ярашлы башҡарылған эштәр тураһында отчет әҙерләргә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас