Иҡтисад
18 Сентябрь 2021, 13:00

Инвесторҙар менән эш яҡшы ҡуйылған

"Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш резиденты статусы предприятиеларға һиҙелерлек өҫтөнлөктәр бирә".

Инвесторҙар менән эш яҡшы ҡуйылғанИнвесторҙар менән эш яҡшы ҡуйылған
Инвесторҙар менән эш яҡшы ҡуйылған

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Благовещенда – иң уңышлы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең береһе. Ҙур предприятиелар, инвестициялар, өҫтәмә эш урындары. Бында инвесторҙар менән эш яҡшы ҡуйылған.

Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш резиденты статусы предприятиеларға һиҙелерлек өҫтөнлөктәр бирә – кәметелгән һалым, страховка иғәнәләренең аҙайтылыуы, ябайлаштырылған административ процедуралар, дәүләт милкен ҡуртымға алғанда ташламалы шарттар. Шуға инвесторҙар һеҙгә ҙур теләк менән килә.

Благовещендағы уңышлы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә дөйөм инвестициялар күләме 15,6 миллиард һум тәшкил иткән һәм яңы 1529 эш урыны булған 18 резидент теркәлгән. Өс предприятие үҙ производствоһын асҡан – был декоратив металл конструкциялары етештергән “Аркстал”, МАФтар етештергән “Проспект”, тегеү буйынса “Игнис”.

Һигеҙ предприятие планлаштырылған 6,3 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләмле йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә индерелгән. Был тағы 418 яңы эш урыны барлыҡҡа килтерә. Улар араһында Благовещен мобиль клонструкциялар һәм нефть сәнәғәте өсөн үлсәү ҡоролмалары етештергән  “Уралтехнострой-Автоматлаштырылған системалар” заводтары. Иң ҙур резидент – борсаҡты эшкәртеү менән шөғөлләнгән “ТавроЭкоПульс” заводы”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас