

18 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙәге иң боронғо предприятиеларҙың береһендә – Благовещен арматура заводында – булды һәм уның үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
2013 йылдан Благовещен арматура заводы Берләштерелгән металлургия компанияһына ҡарай. Президенты Наталья Еремина унда 1170 кеше эшләүе хаҡында әйтте. Ҡаланы барлыҡҡа килтергән предприятие алты меңдән ашыу төр продукция әҙерләп сығара: төрлө маркалы торба үткәргестәр, клапандар һәм башҡалар.
2019 йылдан алып коллектив “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнаша. “Остазлыҡтың иң яҡшы тәжрибәләре” конкурсы һөҙөмтәләре буйынса завод республикала өсөнсө урынды яуланы. "Изделиелар етештереү күләмен арттырырға тырышабыҙ. Етештереүҙе заманлаштырыу буйынса инвестиция проектын әҙерләнек", - тине Наталья Еремина.
"Һатыу күләмен кәметергә тейеш түгелбеҙ, юғиһә бының хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыуға килтереүе ихтимал", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе сираттағы “Сәнәғәт сәғәте”ндә Благовещен арматура заводы үҫеше мөмкинлектәрен ҡарарға ҡушты.
Фото: glavarb.ru