Иҡтисад
20 Сентябрь 2021, 16:15

Ауыл хужалығы тармағына ҙур ярҙам

Быйыл ғариза биреү буйынса юғары әүҙемлекте Баймаҡ, Әлшәй, Миәкә, Әбйәлил, Ғафури райондары күрһәткән.

Ауыл хужалығы тармағына ҙур ярҙамАуыл хужалығы тармағына ҙур ярҙам
Ауыл хужалығы тармағына ҙур ярҙам

Быйыл Башҡортостан федераль бюджеттан фермерҙарға ярҙам итеү һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү өсөн 1,4 миллиард һум аҡса алды. Финанслау күләме буйынса илдә икенсе урын был. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

"Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары ауыл хужалығы етештереүе күләмен арттырыуҙа ҙур роль уйнай. Туғыҙ йыл эсендә был йүнәлештә фермерҙар өлөшө 2,5 тапҡырға артты – 2012 йылдағы 5,8 проценттан 2020 йылдағы 14 процентҡа тиклем – һәм 27,1 миллиард һум тәшкил итте. Республиканың агросәнәғәт комплексында социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына ярашлы, ауыл хужалығының вал тауарында фермерлыҡ өлөшө 2030 йылда 20 процентҡа етергә тейеш", – тине Илшат Фәзрахманов.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты нигеҙендә ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативтары, компетенциялар үҙәге үҫеше дауам итә, шулай уҡ “Агростартап” программаһы тормошҡа ашырыла. Был өс йүнәлеш буйынса дәүләт ярҙамы күләме 237 миллион һум тәшкил итә.

“Агростартап” конкурсына ярашлы бирелгән өс - биш миллион һумлыҡ гранттарҙы һыйыр малын үрсетеүгә йүнәлтергә мөмкин. Быйыл ошо маҡсатҡа 154 миллион һум аҡса ҡаралған.

Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына ярҙам итеү техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентҡа тиклем өлөшөн компенсациялауҙы, шулай уҡ кооператив ағзаларынан тауарҙар һатып алыуҙы күҙ уңында тота. План буйынса, был кооперацияларға 1500 яңы ҡатнашсыны йәлеп итеү ҡаралған.

Бынан тыш, 30 миллион һумға тиклемге гранттар аша дәүләт ярҙамын ғаилә фермалары ла аласаҡ. Шарты шундай: улар яғынан 40 процентҡа тиклем финанслашыу.

Быйыл ғариза биреү буйынса иң ҙур әүҙемлекте Баймаҡ, Әлшәй, Миәкә, Әбйәлил, Ғафури райондары күрһәткән.

"2022 йылда агротуризм тармағына ярҙам итеү өсөн яңы йүнәлеш асабыҙ. Планлы финанслау күләме – киләһе йылда биш миллион һум, артабан 2024 йылға тиклем йыл һайын 25 миллион һум", – тине министр.

Радий Хәбиров ноябрҙә 2022 йыл өсөн федераль финанслашыу алыуға ғариза ебәреүгә әҙерлекте тамамларға ҡушты.

"Һеҙ бик һөҙөмтәле программаларҙы атанығыҙ, был ауыл кешеләре өсөн етди ярҙам", – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас