Иҡтисад
20 Сентябрь 2021, 12:55

Ҙур һәм ҡатмарлы проект

Александр Булушев белдереүенсә, әле объектта 2400 кеше һәм 160 берәмек техника эшләй.

Ҙур һәм ҡатмарлы проектҘур һәм ҡатмарлы проект
Ҙур һәм ҡатмарлы проект

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Өфөлә төҙөлөп ятҡан Көнсығыш сығыу юлындағы эштәр барышы тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, 2021 йылда объектта төҙөлөш-монтаж эштәре 10 миллиард һумға башҡарылған. Уның 5,9 миллиард һумы – федераль аҡса. 2022 йылда проектты финанслау өсөн 900 миллион һум аҡса һалынған, федераль бюджеттан – 846,6 миллион һум.

Федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 4,6 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ. Әле министрлыҡ Федераль юл агентлығына 1,5 миллиард һумға ғариза ебәргән, был аҡса төҙөлөш тиҙлеген кәметмәү мөмкинлеген бирәсәк.

Көнсығыш сығыу юлын төҙөү проекты - иң ҙур һәм техник ҡатмарлы проекттарҙың береһе. Ул Башҡортостан Хөкүмәте менән “Башҡортостан концессия компанияһы” йәмғиәте араһында төҙөлгән концессия килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Проект эсенә 1,2 километр оҙонлоғондағы автомобиль туннеле, Ҡариҙел йылғаһы аша эстакадалы 2,7 километр оҙонлоҡ күпер һәм 10 километрлыҡ М5 федераль юлына сығыу юлы инә. Эштәр бер юлы бер нисә участкала алып барыла. Әлеге ваҡытта автомобиль юлы туннелендә тупраҡты алалар, йыл аҙағына тиклем Салауат Юлаев проспектынан алып Ҡариҙел йылғаһына тиклем төҙөлөш техникаһы үтә алырлыҡ юл әҙер буласаҡ.

Йылға аша күперҙә терәүҙәрҙе ҡуйыу буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре алып барыла. Көнсығыш сығыу юлы проекты шулай уҡ Федоровка – Шаҡша автомобиль юлы киҫелешкән урында, клевер япрағы формаһындағы транспорт айырсаһы төҙөүҙе лә күҙ уңында тота. Был эште башлар һәм водителдәргә ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн ваҡытлыса урау юл төҙөгәндәр.

Александр Булушев хәбәр итеүенсә, әле объектта 2400 кеше һәм 160 берәмек техника эшләй.

Радий Хәбиров белдереүенсә, әгәр проект тотороҡло финансланһа, Көнсығыш сығыу юлы 2023 йыл аҙағы-2024 йыл башында файҙаланыуға тапрышыласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас