Иҡтисад
21 Сентябрь 2021, 17:30

Байрамың менән, "БелЗАН"!

Радий Хәбиров: “Бер генә Рәсәй етештереүсеһе лә бындай ҡеүәт менән маҡтана алмай".

Байрамың менән, "БелЗАН"!Байрамың менән, "БелЗАН"!
Байрамың менән, "БелЗАН"!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республикалағы ҡеүәтле предприятиеның юбилейы уңайынан уның хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.

“Беҙҙең “БелЗАН”да етештерелгән нығытмаларҙың 40 килограмы еңел автомобилдә, ә йөк машинаһында – 200 килограмм. Бер генә Рәсәй етештереүсеһе лә бындай ҡеүәт менән маҡтана алмай. Дөрөҫөн әйткәндә, “БелЗАН” ошо йүнәлештә импортҡа алмаш була алған берҙән-бер ватан предприятиеһы.

Был проект – беҙҙең өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының береһе. Уның пландары ҙур. План буйынса, өс йылда етештереүгә 1,2 миллиард һум самаһы инвестиция күҙаллап була. Ә был - яңы станоктар, ҡорамалдар. 2030 йылға тиклем “БелЗАН”дың етештереү күләме ике тапҡырға артасаҡ тигән иҫәпләүҙәр тормошҡа ашырҙай, предприятиеның автомобиль нығытмалары баҙарында әлеге 36 проценттан 51 процентҡа тиклем етәсәк, бурыстары кәмейәсәк, ә һатыуҙан рентабеллек 10 проценттан ашасаҡ тигәне лә - аныҡ һандар.

“БелЗАН”да 2920 кеше хеҙмәт итә. Бәләбәй кешеләре өсөн был - өйҙәре янында эшләү, ғаиләләре янында булыу өсөн яҡшы мөмкинлек.

Мин “БелЗАН” коллективын, уның етәкселеген һәм бөтәбеҙҙе лә предприятиеның 50 йыллығы уңайынан ҡотлайым. Яңы үрҙәр һәм тик алға ынтылыш теләйем”, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото Радий Хәбировтың сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас