Иҡтисад
21 Сентябрь 2021, 11:30

Был күрһәткес буйынса республика – икенсе урында

20 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә социаль эшҡыуарҙар реестрына индерелгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамын күрһәтеү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.

Был күрһәткес буйынса республика – икенсе урындаБыл күрһәткес буйынса республика – икенсе урында
Был күрһәткес буйынса республика – икенсе урында

20 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә социаль эшҡыуарҙар реестрына индерелгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамын күрһәтеү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.

- Социаль эшҡыуарлыҡ ижтимағи мәсьәләләрҙе хәл итә. Төбәктәге социаль предприятиелар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн эш урындарын булдырыу, махсус хеҙмәттәрҙе атҡарыу, ҙур һорау менән файҙаланылған тауарҙарҙы етештереү, реабилитациялау буйынса дәрестәр, өҫтәмә белем алыу, ижадҡа йәлеп итеү һәм башҡа йүнәлештәрҙе тормошҡа ашыра. Социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.

 - Әлеге ваҡытта Башҡортостандың социаль эшҡыуарҙар реестрына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 316 субъект ингән. Был, быйылға планлаштырылған менән сағыштырғанда, 7 процентҡа һәм, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 123 предприятиеға күберәк.

 - Социаль реестрға индерелгән социаль предприятиелар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында икенсе урынды биләй. Күберәк социаль предприятиелары булған муниципаль берәмектәргә Өфө, Күмертау, Бәләбәй районы, Нефтекама һәм Өфө ҡарай, - тип белдерҙе республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас