Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь 2021, 18:30

Инвестор бер миллиард һум бүлергә әҙер

Башкортостандың Үҫеш корпорацияһы ҡеүәтле инвестор – "Атлант" компанияһы һәм Өфөнөң алдынғы төҙөлөш ойошмалары ҡатнашлығында онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Инвестор бер миллиард һум бүлергә әҙер
Инвестор бер миллиард һум бүлергә әҙер

Башкортостандың Үҫеш корпорацияһы ҡеүәтле инвестор – "Атлант" компанияһы һәм Өфөнөң алдынғы төҙөлөш ойошмалары ҡатнашлығында онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Проект республикала артабан ҙурайтып төҙөү мөмкин булған йорттар һалыу өсөн махсуслашҡан материалдар етештерә башлауҙы күҙ уңында тота. Уға инвестор бер миллиард һум аҡса бүлергә әҙер.

"Бындай технологиялар менән өйҙәр төҙөү - Канада йәки Европа өсөн күптән ғәҙәти хәл, – тине Үҫеш корпорацияһы етәксеһе Наил Ғәббәсов. – "Атлант" компанияһы менән электән Ҡырымда уларҙың башҡа проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса танышмын. Беҙҙең системалы эш республиканың төҙөлөш өлкәһе өсөн инновацион булып китерҙәй эре пректты ғәмәлгә ашырыу булып һөҙөмтә бирер тип ышанам".

Кәңәшмә барышында компания вәкилдәре яңы төҙөлөш технологияһының мөмкинлектәре, өҫтөнлөгө, уның юғары техник-иҡтисади күрһәткестәре тураһында һөйләне. Бындай осрашыуҙарҙы Корпорация проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бар этаптарын оҙатыу барышында үткәреп тора.

Корпорация шулай уҡ инвесторҙың керамзит етештереүсе эшҡыуар менән хеҙмәттәшлеген яйға һалырға ярҙам итте. Был хаҡта Йәрмәкәй районының бизнес-шерифы менән онлайн-осрашыу ваҡытында телгә алынғайны.

"Атлант"тың Директорҙар советы рәйесе Юрий Торохов Башҡортостандың ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бик ҡулайлы икәнен билдәләне. Бөгөнгә инвестор алдында төрлө бурыстар тора: урындағы төҙөлөш ойошмалары менән хеҙмәттәшлек, төҙөлөш материалдары етештереү, бөтә кәрәкле инфраструктураһы булған тотош коттедж ҡасабалары һалыу.

Инвестор республикала Universal тигән заманса төҙөү плиталары етештереүҙе асырға ниәтләй. Улар аҙ ҡатлы йорттар һалғанда ҡулланыла. Был технологияға оҡшаштар Рәсәйҙә әлегә юҡ.

Мәғлүмәт сығанағы, фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: