Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь 2021, 19:30

Тағы бер резидент өҫтәлде

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тағы бер резидентты теркәне.

Тағы бер резидент өҫтәлде
Тағы бер резидент өҫтәлде

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тағы бер резидентты теркәне.

Ул – “Рестон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Предприятие ортопедик матрастар, күтәртеү механизмы булған карауаттар етештереү менән шөғөлләнмәксе. Был хаҡта республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Екатерина Кликунова һөйләне.

"Республика инвесторҙарға тәҡдим иткән дәүләт ярҙамы саралары уларға эшҡыуарлыҡты уңайлы шарттарҙа үҫтерергә, конкурентлыҡҡа һәләтле продукттар етештерергә булышлыҡ ҡыла. Был төбәк иҡтисады үҫешенә, тормош кимәлен күтәреүгә, граждандарҙың матди хәлен яҡшыртыуға ярҙам итә. Әле “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә инвестиция күләме 900 миллион һумдан ашыулыҡ һәм 1,1 тирәһе яңы эш урыны булдырасаҡ 14 резидент барлыҡҡа килде. Яңыһы – “Рестон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – проектты тормошҡа ашырыуға 250 миллион һум тирәһе аҡса йәлеп итәсәк", - тине Екатерина Кликунова.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: