

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә эшҡыуарлыҡҡа контроль-күҙәтеү буйынса закондарҙың үҙгәреше хаҡында яҙҙы.
Премьер-министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй иҡтисадына ҡамасаулаған етди проблемаларҙың береһе – эшҡыуарлыҡҡа артыҡ административ баҫым яһау. “Һуңғы ваҡытҡа тиклем илдә контроль-күҙәтеү системаһы “таяҡ” принцибы буйынса төҙөлгәйне. Тикшереүселәргә квартал һайын үткәрергә, асыҡларға йәки яҙырға тейешле тикшереүҙәр, хоҡуҡ боҙоуҙар һәм штрафтар буйынса план ҡуйылды. Был моделде ғәҙел дә, һөҙөмтәле лә тип атап булмай.
Июлдә дәүләт һәм муниципаль контроль буйынса яңы закон көсөнә инде. Хәҙер тикшереүҙәр хәүефһеҙлеккә йүнәлтелгән принциптарға төҙөләсәк. Иң төп критерий – кеше ғүмеренә, һаулығына йоғонто яһаясаҡ кире эҙемтәләрҙе булдырмау. Мәҫәлән, дөйөм туҡланыуҙа санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәмәү осрағында тикшереүҙәр һаны күберәк буласаҡ. Бындай хәүеф аҙыраҡ булған бөҙрәханаларҙа – аҙыраҡ. Һәр тармаҡҡа хәүеф категорияһы ҡуйыласаҡ һәм, уға ҡарап, тикшереүҙәр даими уҙғарыласаҡ. Йыйылған штрафтар, асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса мәсьәләләр ҡуйылмаясаҡ.
Был шәп. Федералдар артынан беҙ ҙә төбәк закондарына үҙгәрештәр индереүгә күстек. Яҙыуымса, тема миңә яҡшы таныш, шуға тотҡарлыҡһыҙ эшләйәсәкбеҙ. Баштан вәғәҙә итеүемсә, беҙҙә эшҡыуарлыҡҡа уңайлыраҡ була барасаҡ”.
Фото: Фейсбук.