

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль-иҡтисади үҫеш буйынса Волга буйы федераль округының дүрт төбәге етәкселәре менән берлектә үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашты.
Видеоконференцияны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров алып барҙы. Сарала төбәк проекттарын яҡлау үткәрелде, уларҙы вице-премьерҙар яғынан округтарҙы күҙәтеү институтына ярашлы тормошҡа ашырыу планлаштырылған. Бындай эш принциптарын Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин раҫланы.
Проекттарын беренсе булып Башҡортостан, Татарстан, Һамар һәм Нижегородск өлкәләре вәкилдәре яҡланы. Улар – Волга буйы федераль округында халыҡ һаны буйынса иң эре төбәктәр. Игорь Комаров әйтеүенсә, улар округ һәм ил иҡтисадына ҙур өлөш индерә. Биләмәләрҙә 14 миллиондан ашыу кеше йәшәй һәм округтағы бөтә өҫтәмә хаҡтың 56 процентын бирә.
Дмитрий Чернышенко ике аҙна эсендә төбәктәрҙең ҙур эш башҡарғанын билдәләне. Социаль-иҡтисади үҫештең хәҙерге торошона диагностика үткәрҙеләр һәм Хөкүмәт рәйесе билдәләгән критерийҙарға ярашлы проекттарҙы һайлап алдылар. Вице-премьер проекттарҙың өҫтөнлөгөн билдәләгән дүрт күрһәткесте билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ биш төп проектты тәҡдим итте. Улар сәнәғәт, мәғариф, экология, транспорт инфраструктураһы, туризм өлкәләренә ҡағыла.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.