Иҡтисад
24 Сентябрь 2021, 09:00

Ҡағыҙ, дарыу һәм йыһаздар етештереү артҡан

Башҡортостанда сәнәғәт нисек үҫешә?

Республикала сәнәғәт етештереүе индексы ғинуарҙан август айына тиклемге осорҙа 2020 йылдың ошо осорона ҡарата 104,4 процент тәшкил итте. Ошо  йылдың авгусында индекс дәүмәле июлгә ҡарата 112, 8 процент тәшкил иткән (Рәсәйҙә уртаса күрһәткес - 104, 7%). Ҡағыҙ әйберҙәре етештереүҙә үҫеш 2,2 тапҡырға, дарыу саралары – 1,8, йыһаздар етештереү тиҙлеге 1,6 тапҡырға артты.

– Сәнәғәт етештереүе индексы ышаныслы үҫешә. Республиканың бөтә сәнәғәт комплексы тармаҡтары араһында йыл башынан эшкәртеү производствоһы (107,6%) , иҡтисадтың энергетика секторы (106,9%), һыу менән тәьмин  итеү, һыу бүлеү, бысраҡты, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереү өлкәһе (129%)  ышаныслы үҫешә,– тип билдәләне Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Үҫеш тиҙлеге әҙер металл әйберҙәр етештереүҙә ( машина һәм ҡорамалдарҙан тыш), полиграфия эшмәкәрлегендә (135,1%), автотранспорт саралары, тағылмалар һәм ярымтағылмалар (131,4%), ағас эшкәртеү (128,6%), тире әйберҙәре (127,7%), металлургия (120%), электр ҡорамалдары (110,8%), машина һәм ҡорамалдар (106,2%), машина һәм ҡорамалдар ремонтлау һәм монтажлау (105,5%), кейем (105,3%), металл рудалары табыу (105%), химия производствоһында  (102,5%), башҡа металл булмаған минераль продукция (100,8%), кокс һәм нефть продукттары (100,4%) етештереүҙә күҙәтелде.

Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас