

Күптән түгел булдырылған Рәсәйҙең мелиорация комплексын үҫтереү һәм ауыл хужалығы йүнәлешендәге ерҙәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу әйләнешенә индереү дәүләт программаһына ярашлы, 2022 йылда Башҡортостанда дөйөм майҙаны 4714 гектарға тиң яңы мелиорация системалары төҙөү планға алынған.
- Мелиорацияны үҫтереү тупраҡтың уңдырышлығын һаҡлау һәм арттырыу, эрозияға юл ҡуймау һәм климат үҙенсәлектәренең уңышҡа тәьҫирен кәметеү маҡсатында кәрәк, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдындағы сығышы мәлендә.
Ул 2030 йылға республикала һуғарылған ерҙәр майҙанын 100 мең гектарға еткереү күҙалланыуы тураһында ла белдерҙе. Быйыл Башҡортостанда 468 гектарға тиң ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыуға һәләтле ике мелиорация системаһы сафҡа индерелгән, уларҙың дөйөм хаҡы – 140 миллион һум.
Был мелиорация системалары Ауырғазы районының “Уңыш” йәмғиәте (258 га) һәм Мәләүез районының Салауат исемендәге колхоз кооперативы (210 га) базаһында барлыҡҡа килгән. Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, әлеге проекттарға федераль бюджеттан бүленгән субсидия күләме 32,3 миллион һум тәшкил иткән.
Белешмә өсөн:
2022-2031 йылдарға иҫәпләнгән Рәсәйҙең мелиорация комплексын үҫтереү һәм ауыл хужалығы йүнәлешендәге ерҙәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу әйләнешенә индереү дәүләт программаһы киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк. Ошо хаҡтағы ҡарарға РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Программаның маҡсаттары – 13,2 миллион гектарға тиң ҡулланылмай ятҡан ерҙәрҙе әйләнешкә индереү һәм 3,6 миллион гектар ауыл хужалығы ҡарамағындағы ерҙәрҙең тупраҡ мелиорацияһын һаҡлау. Документта шулай уҡ 2,8 миллион гектар ерҙә химик мелиорация уҙғарыу, 1,35 миллион гектар майҙанды тейешенсә һыу режимы менән тәьмин итеү һәм ауыл хужалығы ҡарамағындағы ерҙәрҙең торошо хаҡында мәғлүмәт туплау бурыстары билдәләнә.
Был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн федераль бюджеттан 2031 йылға тиклем 500 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Ул аграрийҙарҙың мелиорация эштәренә киткән сығымдарын ҡаплауға йүнәлтеләсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52795