

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының пленар ултырышында үткәрелгән “Хөкүмәт сәғәте”ндә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “2021 йылғы ҡоролоҡ арҡаһында Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығында тыуған хәл һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар тураһында” доклад менән сығыш яһаны.
– Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алыу тамамланды, – тине ул. – Бөтәһе 2,2 миллион тонна иген йыйылды. Был үткән йылдағынан ике тапҡырға аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта игендең сифаты яҡшыраҡ.
Аграр тармаҡ етәксеһе белдереүенсә, үҫемлектәр үҫеү һәм өлгөрөү осоронда аномаль температура һәм дымға үтә ҙур ҡытлыҡ кисергән. Бындай хәл 2010 йылда ла күҙәтелгәйне. Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн оператив штаб ойошторолдо.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, республиканың 24 районында һәм бер ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне. Барлығы 593 мең гектар ер зыян күрҙе, шул иҫәптән 304 мең гектарында үҫемлектәр юҡҡа сыҡты. Бынан тыш, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында 500 гектар ерҙе ҡоротҡостар һәләк итте.
Ҡоролоҡ арҡаһында аграрийҙарҙың түләү һәләте кәмеү сәбәпле, республика Хөкүмәте уларҙың бурысын айырым ҡарау һәм кисектереү тураһында кредит ойошмалары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. “Рослизинг” менән дә лизинг түләүҙәре тураһында ошондай килешеүҙәр бар.
Ауыл хужалығындағы бөгөнгө хәл тураһындағы тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.