

Башҡортостанда 272 инвестиция проекты өҫтөнлөклө инвестиция проекттары тип билдәләнде, уларҙың дөйөм күләме 875,5 миллиард һум тәшкил итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
- Өҫтөнлөклө инвестиция проекты ул – республикала 2011 йылдан алып төбәккә килеп эшләй башлаған инвесторҙарға ярҙам күрһәтеү алымы. Айырым билдәләнгән статус алыу инвесторҙарға мөлкәткә һәм килемгә һалымға ташламалар, сауҙалашмайынса ер участкаһын ҡуртымға алыу, проекттарҙы үҫтереүҙә административ ярҙамға өмөт итеү йәһәтенән ҙур файҙа булып тора. Төбәккә килгән инвесторҙар төрлө проекттарға 349,4 миллиард һум аҡса һалған һәм 10 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырған, - тип билдәләне Рөстәм Моратов.
Инвестиция проекттарын тармаҡтарға ҡарап бүлгәндә, түбәндәге һандарҙы күрергә була:
2021 йыл башынан Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә тағы 55 проект индерелгән, уларҙың дөйөм күләме 62,4 миллиард һум тәшкил иткән, 4,3 мең эш урыны булдырылған. Йыл аҙағына тиклем йәнә туғыҙ инвестиция проекты әҙер булырға тейеш. Улар тормошҡа ашырылған хәлдә 710 эш урыны булдырыласаҡ, 48 миллиард һум аҡса йәлеп ителәсәк.
Өҫтөнлөклө милли проекттар һәм инвесторҙарға күрһәтелгән ярҙам тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була: https://economy.bashkortostan.ru/activity/22375/
Фото һәм мәғлүмәт: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.