

“Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – республиканың машиналар етештереү тармағында йылдар дауамында тотороҡло эшләгән сәнәғәт предприятиеларының береһе.
Заводҡа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нигеҙ һалына – 1941 йылда урындағы ҡалай һауыттар етештереү предприятиеһы һәм Мәскәүҙән эвакуацияланған ауыл хужалығы машиналары эшләү заводы нигеҙендә ойошторолған ул. Яңы производствоны “Автотрактородеталь” тип атайҙар. 1947 йылда “Белорет металл эшкәртеү заводы” тип үҙгәртелә, 1957—1965 йылдарҙа “Белорет металлургия комбинаты” составында була, 1969 йылдың сентябренән — “Белорет трактор нормалдәре заводы”, 1969 йылдың ноябренән “Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы” исеме менән йөрөтөлә.
Предприятиеның үткәне данлы, киләсәге ышаныслы. 80 йыллыҡ тарихы булған һәм ошо йылдарҙа бер минутҡа ла эште туҡтатмаған заводтың үткән юлы ысын мәғәнәһендә һоҡланыу тыуҙыра. Әйтергә кәрәк, предприятие етәкселеге ауыр осорҙарҙа ла тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыуға өлгәшә, ә инде XXI быуаттың тәүге йылдарында заман һулышына яуап итеп, унда етди иҡтисади үҙгәртеп ҡороу башлана.
Йыл һайын предприятие етештереү күләмен 20–25 процентҡа арттырып килә. Бынан тыш, коллектив технологик характеристикаһы күпкә яҡшы булған яңы быуын вагондар һәм ярым-вагондар етештереүҙә ҡатнашып, вагон төҙөүҙе үҫтереү йүнәлешендә эш башлай. Ошо ваҡытта завод “Рәсәй тимер юлдары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән бәйләнеш булдыра һәм 2001 йылдан 100 тонналыҡ йөк вагондары өсөн аҫылмалар (подвескалар) етештерә башлай, Беларусь, Ҡаҙағстан, Украина, Латвия кеүек яҡын илдәргә экспортҡа тауар сығарыу юлын яйға һала.
XXI быуаттың тәүге ун йылында завод Башҡортостан Республикаһының Машина эшләүселәр ассоциацияһының социаль-иҡтисади һәм профсоюз ярышында “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы машиналар эшләү предприятиеһы” номинацияһында еңеп сыға, ә генераль директоры Иван Радченко “Башҡортостан Республикаһының Машина эшләүселәр ассоциацияһы профсоюздарының йыл директоры” тигән исемгә лайыҡ була.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, нәҡ Иван Иванович Радченко заводты үҙгәртеп ҡороуға, яңы технологияларҙы индереүгә ҙур көс һала һәм артабан дөрөҫ үҫешкә йүнәлеш бирә.
Предприятиены яңыртыу буйынса 2011 йылда ҡабул ителгән киң күләмле программаны бер нисә йылда эҙмә-эҙлекле рәүештә тормошҡа ашырыуға өлгәшәләр. Ул йылдарҙа етештерелгән рессорҙарҙың төрлөлөгө 70 процентҡа арта. “ИСО 9000-2000” халыҡ-ара стандарты талаптарына яуап биргән рессорҙар һәм пружиналар етештерелә, һынау һәм тейәү өлкәһендә сифат менеджменты системаһы булдырыла һәм раҫлау алалар. Тирә-яҡ мөхиткә зыянды кәметеү маҡсатында таҙартыу ҡорамалдарын алмаштыралар, шулай уҡ юғары экологик хәүефһеҙлек кимәле булған ҡорамалдар ҡуйыла, цехтар асыла. Өлгәшелгән һөҙөмтәләр предприятиеға төбәк иҡтисадында лайыҡлы урын яулауға булышлыҡ итә.
Ябай булмаған бөгөнгө иҡтисади хәл-торошта ла предприятие тотороҡло үҫешә, етештереү күләмен һәм тауарҙар исемлеген арттыра, етди инвестиция сәйәсәте алып бара.
Һуңғы биш йылда завод барлыҡ техник-иҡтисади күрһәткестәр буйынса ыңғай үҫеш күрһәтә, шул иҫәптән үткән йылда ла һәм быйыл да һынатмай. Мәҫәлән, тейәп ебәрелгән тауар күләме кеүек мөһим күрһәткестең – 161 процентҡа, хеҙмәт етештереүсәнлегенең 174,9 процентҡа үҫеше күҙәтелә.
Завод хеҙмәт хаҡы түләү буйынса ла һәр ваҡыт тотороҡлолоҡ күрһәтә, уның һуңғы йылдарҙа шулай уҡ артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, былтыр предприятиела уртаса эш хаҡы 41540 һум тәшкил иткән, ә быйыл иһә – 46352 һум. Мәғлүм булыуынса, республикала тәүге алты айҙа был күрһәткес 40 236,1 һум.
Әйтергә кәрәк, завод етәкселеге был ҡаҙаныштар менән сикләнергә йыйынмай, киләһе йылда уртаса хеҙмәт хаҡын 50 мең һумға еткермәксе. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҫеш программаһы әҙерләнгән. Ул яңы төр тауарҙарҙы үҙләштереүҙе, яңы заказсыларҙы йәлеп итеүҙе һәм етештереүҙе өр-яңынан ҡоралландырыуҙы үҙ эсенә ала.
Завод үҙен донъя баҙарында ышаныслы партнер һәм сифатлы тауар етештергән предприятие итеп танытты. Бында эшләп сығарылған рессор тауары ҙур ихтыяж менән файҙалана. Ошо йүнәлештә бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса даими эш алып барыла. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Беларусь кеүек илдәрҙәге предприятиелар менән хеҙмәттәшлек булдырылған.
Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы хәҙерге заман технологияларын үҙләштереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, 2017 йылда башланған техник яҡтан ҡоралландырыу буйынса ҙур программа, инвестиция проекттары әлеге ваҡытта тамамланған. Атап әйткәндә, 2019 йылда пружиналарҙы тикшереү, туплау һәм келәймә (тамға) һуғыу буйынса автоматлаштырылған ҡорамал урынлаштырылған. Шулай уҡ рессорҙарҙы йылытып эшкәртеү буйынса автомат линияһы сафҡа индерелгән. Был ике проектты ғәмәлгә ашырыуға 367 миллион һум күләмендә инвестиция һалынған. Ул – ошо программа буйынса 2021 йылға тиклем тулыһынса раҫланған проекттың беренсе этабы.
Европа етештереүсеһенең пружиналарын полимер буяу өсөн автомат линияһы урынлаштырғандар. Әле рессор тауары өсөн катафарез полимер тышлыҡты ҡатнаш буяу ҡорамалын эшкә егергә йыйыналар. Уны урынлаштырыу һәм сафҡа индереү тауарға ихтыяжды арттырырға һәм етештереү күләмен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Заводта сит ил йөк машиналары өсөн дә рессорҙар етештерәләр. Ауыр тонналы тағылмалар өсөн рычаг, зет формалы рессор пневмо-аҫылмалары етештереүҙе үҙләштергәндәр. Был “АвтоГАЗ” компанияһы өсөн заказдарҙы үтәүгә булышлыҡ итә.
Рессор һыҙаты буйынса яңы агрегатты сафҡа индерергә әҙерләнәләр, ул етештереүсәнлекте бер нисә тапҡырға арттырасаҡ һәм әҙерләү участкаһында экологик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
– Әлбиттә, был пландарҙы тормошҡа ашырыу аҡса мәсьәләһенә генә бәйле түгел, беҙ квалификациялы кадрҙарға мохтажлыҡ кисерәбеҙ, шуға ла Белорет металлургия колледжын һәм Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған йәштәрҙе эшкә саҡырабыҙ. Был уҡыу йорттары беҙҙең предприятиела талап ителгән белгестәрҙе әҙерләй. Әле беҙгә дипломлы йәш кадрҙар килә, уларға тотороҡло эш урыны, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм яҡшы шарттар тәҡдим итәбеҙ. Эшләп тә, уҡып та йөрөгән хеҙмәткәрҙәр һәр саҡ яҡлау таба, улар беҙҙә байтаҡ. Йәш һәм әҙерлекле кадрҙарҙы йәлеп итеү өсөн Белорет металлургия колледжы, Магнитогорск дәүләт техник университеты, Белорет металлургия комбинаты һәм беҙҙең завод вәкилдәре ҡатнашлығында комиссия төҙөнөк. Бындай хеҙмәттәшлек сығарылыш уҡыусыларына һөнәр һайлауҙа ярҙам итәсәк. Шулай уҡ беҙҙең заводта белгестәр әҙерләү һәм уҡытыу буйынса система үҫешкән. Остаздар һәм оҫталар ярҙамында бер йәки бер нисә эшсе һөнәрен алырға мөмкин. Шуға ла йәштәрҙе: “Беҙгә эшкә килегеҙ, һеҙҙе эшләргә өйрәтербеҙ, һөнәрле лә итербеҙ”, – тип өгөтләйбеҙ. Әлбиттә, йәштәрҙең производствола эшләргә теләмәүе – күңелһеҙ күренеш, әммә беҙҙә хеҙмәткә мөнәсәбәт буйынса яҡшы миҫалдар бик күп, – тип фекерҙәрен уртаҡлаштылар заводта.
Әйтергә кәрәк, етәкселек уңайлы эш урындары булдырыу, эшселәргә төрлө яҡлап ярҙам итеү, уларҙың һәм ғаиләләрен социаль яҡтан яҡлау бурысын да намыҫлы үтәй. Хужалыҡ эшмәкәрлеге, финанс мөмкинлектәренән сығып, быйыл июндән завод эшселәренең хеҙмәт хаҡы күләме Республика килешеүенә ярашлы үҙгәртелгән.
Коллектив килешеү нигеҙендә бихисап социаль программалар тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән күп балалы ғаиләләргә һәм яңғыҙ әсәләргә ярҙам күрһәтелә. Предприятие эшселәренең балалары заводтың Балалар-һауыҡтырыу үҙәгендә ял иткән һәм сәләмәтлектәрен нығытҡан. Барлыҡ юлламалар ҙа ташламалы шарттарҙа бирелгән, йәғни эшселәр уның 10 процентын түләгән, ә ҡалғаны предприятие һәм республика бюджеты иҫәбенә ҡапланған. 2020 – 2021 йылдарҙағы пандемияға тиклем завод эшселәренең балалары Чехияла, Германияла, Австрияла, Ҡырымда ял иткән, Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала уҙғарылған халыҡ-ара балалар фестивалендә лә ҡатнашҡан.
– Һаулыҡ – кешенең төп байлығы, шуға ла беҙ, эшселәр үҙ хеҙмәтенән ҡәнәғәтлек алыу менән генә сикләнмәһен, шулай уҡ тейешле кимәлдә һаулыҡтарын да нығытһын, тип тырышабыҙ. Предприятие хеҙмәткәрҙәре планлы, шулай уҡ пландан тыш медицина күҙәтеүе үтә. Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығына ҡарата иғтибар ҙур, уларҙы заводтың һаулыҡ һаҡлау пунктында белгестәр даими тикшереп тора, – ти заводтың профсоюз комитеты рәйесе Ирина Гребенкина.
Предприятиела йыл һайын төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарыла, волейбол, баскетбол командалары бар. Сәләмәт тормош рәүешен алып барырға теләгәндәр өсөн спорт залын ҡуртымға алалар. Коллектив ҡаланың һәм райондың мәҙәни һәм спорт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы ветерандары тураһында ла онотмай, һәр береһе хәстәрлекте тойһон өсөн күп көс һала. Һуғыш ветерандарына матди ярҙам күрһәтелә, улар менән осрашыуҙар үткәрелә.
Завод үҫешенә төрлө йылдарҙа етәкселек иткән директорҙар Иван Фёдорович Васютин, Александр Степанович Ватагин, баш инженер Владимир Михайлович Калмыков тос өлөш индергән. Бында династия менән эшләгән ғаиләләр ҙә бар – Дорофеевтар, Ореховтар, Резовтар, Ручкиндар, Николаевтар, Ракитиндар, Меньшиковтар, Сенюшкиндар, Субботиндар, Кузнецовтар, Перчаткиндар, Штырляевтар, Желниндар, Орловтар, Сергеевтар, Шаминдар, Трегубовтар, Шәфиевтәр һәм башҡалар.
Заводты үҫтереүҙә бөгөн дә эшләп йөрөгән ветерандарҙың өлөшө ҙур. Улар араһында А.Э. Шуматов, С.Н. Рязанов, А.В. Савинов, А.В. Баранов, С.И. Грищенко, М.М. Шәфиев, О.Б. Мартова, И.Г. Токарева һәм башҡаларҙы билдәләргә мөмкин. Ғөмүмән, Машина эшләүселәр көнөн Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм яңы үҫеш пландары менән ҡаршы ала. Нәҡ ошондай аяғында ныҡлы баҫып торған предприятиелар республиканың терәге булып тора.
- Рәмилә МУСИНА.
Белорет ҡалаһы.