

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков 2021-2022 йылғы йылытыу миҙгелен башлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ҡаланың күп фатирлы йорттарына йылы 25 сентябрҙә бирелә башлаясаҡ.
Ҡарарҙа ҡушылыуынса, йылылыҡҡа яуаплы предприятиелар етәкселәре ҡулланыусыларға уларҙың ғаризаһына ярашлы йылы бирә башларға тейеш. Йылының үҙ ваҡытында бирелеүен контролдә тотоу Өфө хакимиәте бүлектәре етәкселәренә, ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтарына йөкмәтелә.
Бөтә килеп тыуған мәсьәләләр буйынса һәр кем 2021-2022 йылдарға йылытыу осоронда эшләү буйынса ҡала штабының колл-үҙәгенә 277-09-11 телефонына шылтырата ала.
Халыҡ шулай уҡ үҙҙәренең идарасы компанияларына, ресурс менән тәьмин итеү ойошмаларына ла мөрәжәғәт итә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм социаль-мәҙәни учреждениеларына йылы 16 сентябрҙә бирелде.
Фото: ufacity.info