

“Экодом+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан йылдам үҫешкән социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерелгән. Компания “Белорет” ТОСЭР-ында ағастан төҙөлөш материалдары етештереүҙе планлаштыра. Бында бурса, олонһотма бүрәнәләр, иҙән таҡталары, ағас йорттар етештерәсәк.
– ТОСЭР резиденттарына һалым өҫтөнлөктәре биреү Башҡортостан биләмәһендә инвесторҙарға ярҙам итеү саралары комплексына инә. Яңы проект ағастан йорттар төҙөү баҙары үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Инвестор етештереүгә 3,4 миллион һум аҡса йәлеп итергә йыйына, – тине республиканың иҡисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Инвестиция проекты 2021-2025 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. 14 эш урыны булдырыласаҡ. Бөгөн “Белорет” ТОСЭР-ында дөйөм инвестиция күләме 330 миллион һум булған алты резидент теркәлгән, улар 370 эш урыны булдырасаҡ.
Башҡортостанда Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы алты монойүнәлешле муниципаль берәмек бар. Уларҙың тиң үҫешен тәьмин итер өсөн улар сигендә биш алдан барған социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе булдырылған: Бәләбәйҙә, Күмертауҙа, Благовещенда, Нефтекамала һәм Белоретта.
Белорет икенсе категориялы монойүнәлешле муниципаль берәмек булып тора. Ҡаланың төп предприятиеһы - “Белорет металлургия комбинаты”. ТОСЭР 2019 йылдың 12 февралендә булдырылған. ТОСЭР резиденттарының һалым ставкаһы, страховка иғәнәһе тарифы түбәнерәк була, шулай уҡ башҡа федераль һәм төбәк өҫтөнлөктәре бар.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52793
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.