Иҡтисад
26 Сентябрь 2021, 08:00

Байрамығыҙ менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров машина эшләүселәрҙе ҡотланы.

Байрамығыҙ менән!Байрамығыҙ менән!
Байрамығыҙ менән!

Башҡортостан Башлығы машина эшләүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Республикала йөҙҙән ашыу предприятие хеҙмәткәрҙәре ошо күркәм байрамды билдәләй. Радий Хәбировтың әйтеүенсә, Башҡортостан машина эшләүселәре Рәсәй иҡтисадын үҫтереүгә, фәнни-технологик бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға  ҙур өлөш индерә.

“Республика тармаҡтың йылдам үҫешенә бар көсөн һаласаҡ, – тип белдерҙе ул. – Бөгөн үҫештең яңы драйверҙары барлыҡҡа килә. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге базаһында предприятиелар яңыртыла, яңы инновациялы производстволар булдырыла. Алда – яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр. Машиналар эшләү тармағы ветерандарына һәм хеҙмәткәрҙәренә профессионализмға эйә, яңылыҡҡа ынтылыусан, яуаплы һәм һайлаған эштәренә тоғро булғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Башҡортостан һеҙҙең менән ғорурлана”.

Байрамды ҡаршы алған хеҙмәткәрҙәр араһында “Гидравлика” агрегат предприятиеһының алтынсы разрядлы токары Фәһим Әхмәтов та бар.

“55 йыл (!), уйлап ҡына ҡарағыҙ, ярты быуаттан ашыу ғүмерен заводтағы эшкә арнаған, – тип һоҡланыу белдергән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге аккаунтында. – Ошо ваҡыт эсендә токарь оҫталығына бик күп йәштәрҙе өйрәтте, хеҙмәте өсөн күп наградаларға лайыҡ булды”.

Рәлиф Еникеев 1979 йылдан Өфө моторҙар етештереү берекмәһендә – слесар-йыйыусы. “42 йыл эсендә заводтағы бөтә двигателдәрҙе танып белә, теләгән бер әйберҙе һүтергә, йыйырға белә. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе 2016 йылда заводта һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип табылды. Уға лайыҡлы рәүештә 2021 йылда “ОДК-Өфө моторҙар етештереү берекмәһенең почетлы мотор эшләүсеһе” тигән исем бирелде,” - тип яҙа машина төҙөүселәргә арналған яҙмаһында  Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы  тармаҡтың данын күтәргән алдынғы хеҙмәткәрҙәр хаҡында һөйләп, уларға ҙур уңыштар теләгән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас