Иҡтисад
26 Сентября 2021, 16:20

Яңы автобустар рейсҡа сыҡты

Уларҙың һәр береһе пассажирҙар ағымын иҫәпләгән датчиктар менән йыһазландырылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы автобустар рейсҡа сыҡтыЯңы автобустар рейсҡа сыҡты
Яңы автобустар рейсҡа сыҡты

Ҙур ихтыяж менән файҙаланған Өфө маршруттарына 60 автобус өҫтәлде. Бынан бер аҙна элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров автобустарҙы “Башавтотранс” ҡарамағына тапшырғайны.

Яңы “НефАЗ” һәм “Вектор NEXT”  автобустары иртәнге сәғәт 6-нан линияға сыға башланы. Маршрутҡа сығыр алдынан бөтә кәрәк-яраҡтар, автобустың техник әҙерлеге тикшерелә.

Водитель Денис Голубев  бөгөн тәүге тапҡыр яңы автобуста юлға сыға. Яңы техника 51-се, 69-сы, 75-се, 39-сы, 30-сы, 30к маршруттарында эш башлаясаҡ. ”Уларҙың һәр береһе пассажирҙар ағымын  иҫәпләгән датчиктар менән йыһазландырылған. Хеҙмәткәрҙәребеҙ етерлек, граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән әүҙем эшләйбеҙ,”– ти “Башавтотранс”  предприятиеһының ҡала пассажирҙар ташыуын ойоштороу бүлеге начальнигы Татьяна Зубенко.

Оҙаҡламай тағы ла 50 “НефАЗ” автобусы килеүе көтөлә. Дөйөм алғанда, “Башавтотранс” автопаркы лизинг моделе буйынса алынған 220 яңы автобусҡа байыясаҡ.

Фото:BashNews

Автор:Дина Арсланова