

27 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға килде.
Делегация составында - Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов, вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов, Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре.
Эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаевтың осрашыуы буласаҡ.
Республика етәксеһе шулай уҡ Ҡаҙағстандың Премьер-министры Асҡар Мамин, Ҡаҙағстан Парламенты Сенаты рәйесе Маулен Ашимбаев, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Искәлиев менән һөйләшеүҙәр уҙғарасаҡ.
28 сентябрҙә төбәгебеҙҙең инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте презентация рәүешендә күрһәтеләсәк, ә 29 сентябрҙә Башҡортостан Конгресс-бюроһы Вәкиллеген асыу тантанаһы көтөлә.
Сәфәр һуңында Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашасаҡ.
Белешмә:
Республикалағы тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә Ҡаҙағстан 7,3 процент өлөш менән өсөнсө урынды биләй. 2020 йылда ике аралағы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 296,9 миллион доллар тәшкил иткән.
Башҡортостандан экспортҡа ебәрелгән продукция араһында - нефть һәм химия сәнәғәте продукттары, гербицидтар, минераль ашламалар, сода, каучук, ағас эшкәртеү продукттары, быяла, ҡара металл прокаты, төҙөлөш материалдары, транспорт техникаһы һәм башҡалар.
Республика биләмәһендә Ҡаҙағстандан капитал ҡатнашлығындағы утыҙ предприятие эшләй.
2021/22 уҡыу йылында республика юғары уҡыу йорттарында төрлө программалар нигеҙендә Ҡаҙағстандан 739 студент белем ала.
Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145775.html