Иҡтисад
27 Сентябрь 2021, 16:30

Өфө менән Ырымбур араһы яҡыная

Радий Хәбиров: "Тиҙ һәм уңайлы "Орлан" экспресы ике төбәктә йәшәгән халыҡты яҡынайтыуға, бизнесты, туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк".

Өфө менән Ырымбур араһы яҡынаяӨфө менән Ырымбур араһы яҡыная
Өфө менән Ырымбур араһы яҡыная

27 сентябрҙә "ВДНХ-экспо" майҙансығында эш башлаған "Урал транспорты" VI халыҡ-ара форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте рәйесе Денис Паслер һәм Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев Өфө - Ырымбур маршруты буйынса "Орлан" тиҙ йөрөшлө поезын ебәреү тантанаһында ҡатнашты.

"Өфө менән Ырымбур араһында тимер юл бәйләнеше 11 йыл дауамында булмай торҙо. Бөгөндән тиҙ һәм уңайлы "Орлан" экспресы ике төбәктә йәшәгән халыҡты яҡынайтыуға, бизнесты, туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, - тине Радий Хәбиров. - Республикабыҙҙа транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырыуға эшлекле ҡарашы өсөн Куйбышев тимер юлы етәкселегенә рәхмәт. Киләсәктә республикала бергәләп тағы ла бер нисә ҡыҙыҡлы ҡарарҙы ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ".

Денис Паслер Башҡортостан һәм "Рәсәй тимер юлдары" йәмғиәте етәкселегенә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– "Орлан" поезы – Ырымбур менән Башҡортостан араһында транспорт бәйләнешен үҫтереүҙә мөһим звеноларҙың береһе. Әлеге проект уңышлы булыр тип ышанам, – тине ул.

Вячеслав Дмитриев Өфө - Күмертау маршруты буйынса ташыуҙы ойоштороуҙың ыңғай тәжрибәһен билдәләне, 2022 йылда "Орлан" поезында 100 меңдән ашыу пассажирҙы йөрөтөү планлаштырылғанын әйтте.

Маршрут Дим, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез һәм Күмертау станциялары аша үтә. Кешеләргә уңайлы булһын өсөн вагондар елләтеү, һауаны зарарһыҙландырыу системаһы менән йыһазландырылған. Был коронавирус мәлендә айырыуса мөһим. Өфөнән Ырымбурға тиклем юл хаҡы - 866 һум.

Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145769.html

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас