Иҡтисад
27 Сентябрь 2021, 18:15

Ике форум эш башланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте рәйесе Денис Паслер “Урал транспорты” һәм “УралСтройИндустрия” форумдарын асыуҙа ҡатнашты.

Ике форум эш башланыИке форум эш башланы
Ике форум эш башланы

27 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте рәйесе Денис Паслер “ВДНХ-экспо" күргәҙмәләр комплексында эш башлаған “Урал транспорты” һәм “УралСтройИндустрия” форумдарын асыуҙа ҡатнашты.

 – Транспортҡа һәм төҙөлөшкә арналған тармаҡ экспозицияларын ойоштороусыларға, ҡунаҡтарға рәхмәт белдерәм. Беҙҙең аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр иҡтисады үҫешенә булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.  

Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте рәйесе Денис Паслер видеобәйләнеш режимында форумдарҙа ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне, уңышлы эш теләне.

Күргәҙмә майҙансығында Башҡортостан Башлығы Өфө – Ырымбур маршруты буйынса йөрөй башлаған “Орлан” поезына старт бирҙе. Артабан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдынғы төҙөлөш һәм транспорт компаниялары экспозицияларын ҡараны, яңы тармаҡ проекттары менән танышты.

Күргәҙмәләр комплексының асыҡ майҙансығында “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының заманса пассажир автобустары, улар араһында “НефАЗ” акционерар йәмғиәте етештергән электробус бар.

Павильонға төҙөлөш компанияларының экспозициялары ҡуйылған. Фирмалар етәкселәре менән һөйләшкәндә Радий Хәбиров Өфөләге яңы биҫтәләр төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынды. Ул иғтибарҙы айырыуса торлаҡ йорттарын, кварталдарҙы яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, юлдар, заманса спорт майҙансыҡтары менән берлектә төҙөүгә йүнәлтте.

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы майҙансығында республика Башлығына “Урал-Арена” көрәш һәм волейбол комплексы макетын күрһәттеләр.

“Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәте майҙансығында Радий Хәбиров Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриевҡа Өфө тимер ҡулсаһы төҙөлөшө буйынса пландарын һөйләне. Тимер юлдың 19 километрлыҡ икенсе линияһынан, өс күперҙән, шул иҫәптән Ағиҙел аша, ике юл үткәргестән торған проекты алты миллиард һум тәшкил итә. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен 2022 – 2024 йылдарҙа үткәрмәкселәр. “Өфө” халыҡ-ара аэропорты етәкселеге аэровокзал комплексын заманлаштырыу хаҡында һөйләне. Планда – яңы ҡунаҡхана төҙөү. Радий Хәбиров республиканың “һауа ҡапҡаһы”н замансалаштырыу буйынса барлыҡ эштәрҙе 2024 йылға тамамларға кәрәклеге хаҡында иҫкәртте – Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “УралСтройИндустрия” форумы барышында “ВДНХ-экспо” күргәҙмәләр комплексы майҙансығында үткән Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы кәңәшмәһендә ҡатнашты.

– Ваҡытында беҙҙе ишетеп берләшеүегеҙ, бергә эшләүегеҙ өсөн рәхмәтлемен. Был үтә күренмәле, уңайлы эш шарттары булдырыу өсөн һәйбәт. Президент Владимир Путин 2030 йылға тиклем тармаҡ үҫеше буйынса етди мәсьәләләр ҡуйҙы, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан яңы майҙансыҡтар, һеҙҙең алға китеш өсөн үҫеш нөктәләрен ойошторабыҙ. “Стимул” программаһы ярҙамында Ағиҙел аръяғын үҙләштерәсәкбеҙ. Был биләмәне бәләкәй өлөштәргә киҫкеләмәйәсәкбеҙ. Унда берҙәм оператор буласаҡ һәм ул биләмәләрҙең комплекслы үҫеше өсөн майҙансыҡтарҙы асыҡлаясаҡ.

Фото: glavarb.ru  

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас