Иҡтисад
27 Сентябрь 2021, 11:30

Йылылыҡ менән өҙөклөк булмаһын өсөн

22 сентябрҙән алып үҙәк 1500-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән дә.

Йылылыҡ менән өҙөклөк булмаһын өсөнЙылылыҡ менән өҙөклөк булмаһын өсөн
Йылылыҡ менән өҙөклөк булмаһын өсөн

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә көҙгө-ҡышҡы осорҙа йылылыҡ һәм ҡар таҙартыу буйынса проблемаларҙы хәл итеү өсөн оператив штабта берҙәм колл-үҙәк эшләй башланы. 22 сентябрҙән алып үҙәк 1500-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән дә. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков әйтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йылытыу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе дөрөҫ билдәләү, ҡарҙы таҙартыу сифаты һәм башҡа оператив һорауҙар буйынса баш ҡала халҡы штабтың колл-үҙәгенә 277-09-11 телефоны буйынса шылтырата ала.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек темаһын дауам итеп, Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Агапов күп фатирлы йорттарҙы тикшереү 23 мең етешһеҙлекте асыҡланы тине. Улар араһында биналар конструкцияһының төҙөк булмауы, арматура һәм торбалар коррозияһы, йылылыҡ изоляцияһы булмауы, иҫәп приборҙарының тикшереү ғәмәлдәре һәм пломбаланыуы булмауы, контроль-иҫәп приборҙарының, шәхси йылылыҡ пункттарының эшләмәүе һәм башҡалар.

– Хәлде оператив рәүештә төҙәтеп булмаған урындарҙа 4507 күрһәтмә яҙҙыҡ, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 1109 эш ҡуҙғаттыҡ, мотлаҡ талаптарҙы боҙорға ярамау тураһында 691 иҫкәртмә тапшырҙыҡ. Уларҙың 68-е – урындағы үҙидара органдарына, – тине Андрей Агапов.

Башҡортостан Башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының йылылыҡ миҙгеленә әҙерлеген тикшереүҙе дауам итергә, шулай уҡ күп фатирлы йорттоң мөлкәтенә ингән биналарҙың дөйөм майҙанын иҫәпләүҙе дауам итергә ҡушты. Был – йылылыҡ өсөн түләүҙе арттырмаҫ өсөн кәрәк мәғлүмәт.

– Артабан да торлаҡ фонды объекттарын тикшереүҙе дауам итегеҙ. Тик шулай иткәндә генә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеп буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас