Иҡтисад
28 Сентябрь 2021, 16:30

Ҡаҙағстанда эшлекле осрашыуҙар дауам итә

Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандағы Рәсәй илселегенең ваҡытлыса ышаныслы вәкиле Александр Комаров менән осрашты.

Ҡаҙағстанда эшлекле осрашыуҙар дауам итәҠаҙағстанда эшлекле осрашыуҙар дауам итә
Ҡаҙағстанда эшлекле осрашыуҙар дауам итә

Бөгөн, 28 сентябрҙә, Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандағы Рәсәй илселегенең ваҡытлыса ышаныслы вәкиле Александр Комаров менән осрашты. Һөйләшеү республиканың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәрен презентациялау алдынан үтте.

"Еңел булмаған коронавирус пандемияһы осоронда ла Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында нормаль көндәлек эш дауам итеүенә шатбыҙ. Аҙна һайын тиерлек төрлө делегациялар, бизнесҡа бәйле саралар эшендә ҡатнашабыҙ. Был беҙҙең Ҡаҙағстан менән мөнәсәбәтебеҙҙең юғары кимәлдә булыуын күрһәтә, – тине Александр Комаров. – Һис шикһеҙ, иң мөһиме - төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлек".

Радий Хәбиров Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды күп йыллыҡ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләүен билдәләне. Улар төрлө тармаҡтар буйынса хеҙмәттәшлек итә, шул уҡ ваҡытта бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп.

– Беҙ мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеү яҡлы. Әле бизнес йәһәтенән алдынғы 33 компания вәкилдәре килде. Сәфәр программаһында республикабыҙҙың иҡтисади ҡеүәте презентациялана: беҙҙең мөмкинлектәр бик ҙур, – тине Радий Хәбиров. – Был сәфәрҙең емешле булырына ҙур ышаныс бағлайбыҙ. Беҙҙең бизнес вәкилдәренең хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ынтылышы көслө. 

Осрашыу барышында Ҡаҙағстанда Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллеген асыу мөмкинлектәре тикшерелде. Шулай уҡ фән һәм юғары белем өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡаҙағстанға кисә килде. Эшлекле программала Ҡаҙағстан етәкселеге, был дәүләттәге өлкәләр аҡымдары, Рәсәй Сауҙа вәкиллеге белгестәре менән осрашыуҙар планлаштырылған. Шулай уҡ бизнеста хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас