

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова үткәргән кәңәшмәлә өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен (ТОСЭР) үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙың үтәлеше ҡаралды. Республика иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын иҫәпкә алып, бындай биләмәләрҙәге хәл республика Хөкүмәте тарафынан даими контролдә тотола.
Кәңәшмәлә республиканың моноҡалалары вәкилдәре ТОСЭР-ҙың бөгөнгө һәм киләсәктә ҡушылыуҙары ихтимал булған резиденттары менән нисек эшләүҙәре тураһында һөйләне. Бынан тыш, быйылғы икенсе ярты йыллыҡта Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды аҡсаһын тотоноу пландары ла иғтибар үҙәгендә булды. Ошо Фонд Рәсәй төбәктәренең һәм муниципаль берәмектәрҙең ҡаҙналарына инфраструктура объекттарын төҙөү йәки үҙгәртеп ҡороу буйынса сығымдарҙы 95 процентҡа тиклем финанслай.
Төп доклад менән “Бәләбәй” ТОСЭР-ының бөгөнгө инвесторы – “Мебель-Мастер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вера Шәңгәрәева сығыш яһаны. Предприятие кухня, офистар һәм сауҙа предприятиелары өсөн мебель етештереү менән шөғөлләнә. Дөйөм инвестиция күләме – 24,7 миллион һум, 21 яңы эш урыны булдырылған. Инвестпроектты 2021 – 2025 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыу күҙ уңында тотола. Ошо уҡ ТОСЭР-ға инвестор булырға теләгән “РемДизельСнаб” вәкиле үҙ проекты тураһында һөйләне: ул ауыл хужалығы өсөн техника етештерә, автотранспортты техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, автомобиль деталдәре сауҙаһы менән шөғөлләнә. Планлаштырылған инвестиция күләме – биш миллион һум, 20 өҫтәмә эш урыны ҡаралған.
– Бөгөнгә республика моноҡалалары биләмәләрендә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырған инвесторҙар федераль һәм төбәк кимәлендәге ярҙам сараларынан файҙалана ала, – тине Екатерина Кликунова. – ТОСЭР статусы һиҙелерлек өҫтөнлөктәр бирә. Беҙ республиканың моноҡалаларына федераль финанслауҙы йәлеп итеү өҫтөндә лә даими эш алып барабыҙ.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 29 июлендә ҡабул ителгән 1398-р ҡарарында билдәләнгәнсә, беҙҙең республикала алты моноҡала иҫәпләнә. Уларҙың сиктәрендә әле биш ТОСЭР эшләй: Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама һәм Белорет.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН