

Мәскәүҙә үткәрелгән “Техник мөхит” ғилми-техник фестивалендә илдең 60 юғары уҡыу йорто араһында Башҡорт дәүләт университеты ла әүҙем ҡатнашты.
"Технологик ҡаҙаныштар фестивале күрһәтеүенсә, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары фән һәм технологиялар трансферы үҙәктәре булып тора, – тине Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин. – Был сара беҙгә техник уңыштарыбыҙ тураһында һөйләргә генә түгел, ә республикабыҙ менән таныштырыу мөмкинлеге лә бирҙе".
Ике көн буйы юғары уҡыу йорттары һәм ғилми-тикшеренеү учреждениелары ғилми эштәре менән таныштырған, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарған. Башҡорт дәүләт университеты аспиранты Никита Лушников кешене тауышы һәм онлай-видеофрагменты буйынса таныу системаһын, ә инженерҙар факультеты тикшеренеүселәре керамиканан юғары температуралы япма композицияһын күрһәткән.
Фото: pravitelstvorb.ru.