

Бөгөн Нур-Солтанда Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре презентацияһы булды.
Республика Башлығы сарала ҡатнашыусыларҙы ҡаҙаҡ һәм башҡорт телдәрендә сәләмләне.
– Беҙҙең халыҡтар бер-береһенә тел, мәҙәниәт һәм тарих буйынса ғына яҡын түгел. Ҡаҙағстанға ҙур өмөттәр, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлектең киң мөмкинлектәренә ышанып килдек. Илдең иҡтисады структураһын ныҡлы өйрәндек, бәйләнеш булдырырлыҡ йүнәлештәрен ҡараныҡ. Тап шуның өсөн бында бизнес өлкәһе вәкилдәрен дә алып килдек. Яңы идеялар, контракттар, проекттар менән ҡайтырбыҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов белдереүенсә, Башҡортостандың әлеге сәфәре - ике дәүләттең бизнесы өсөн бик яҡшы мөмкинлек.
– Беҙҙә ике яҡлы сауҙа йылдам үҫешә. Быны 2021 йыл йомғаҡтарына ҡарап та күрергә мөмкин. Шулай ҙа беҙ тағы ла күберәкте булдыра алабыҙ, – тине Бахыт Солтанов. – Ҡаҙағстан – Башҡортостан тауарҙарын Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә ташыу өсөн уңайлы биләмә. Беҙ Ҡытай сигендә Башҡортостандың сауҙа йортон асыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең мөмкинлектәре тураһында ентекле һөйләне. "Ҡаҙағстан – күршебеҙ һәм төп партнерыбыҙ, – тине ул. – Беҙ 122 ил менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр ҡорғанбыҙ. Республиканың былтырғы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 4,1 миллиард доллар тәшкил итте".
Андрей Назаров республиканың уңайлы транспорт логистикаһын тәҡдим итте: ул мөһим һыу, тимер юлы, торба үткәргестәре, автомобиль магистралдәре янында урынлашҡан.
"Сибай - Подольск - Һары яңы тимер юлы тармағын төҙөгәс, Ҡаҙағстанға тағы 250 километрға яҡыныраҡ буласаҡбыҙ. Был линия Көньяҡ Уралдағы бай төҫлө металдарға барып етеүҙе тәьмин итәсәк. Уларҙың дөйөм запасы - 200 миллион тонна, был руданы өҫтәмә рәүештә иҡтисади әйләнешкә индереп була", – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам итеү юлдары тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, республикала үҙ продукцияһын етештергән предприятиелар өсөн ташламалы һалым һәм инфраструктура кэшбэгы бар. Әйтәйек, завод төҙөлһә, инвесторға юлдар, газ һәм электр үткәреү сығымдарының илле проценты ҡайтарыласаҡ. Ташламалы шарттарҙа ер участкалары бирелә. Төбәк финанс институттарында йылына бер-өс процент менән льготалы займ алырға була.
Биш ҡалабыҙ – Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Күмертау, Нефтекама – ТОСЭР статусын йөрөтә. Уларҙа инвесторҙар өсөн, стандарт ярҙамдан тыш, махсус ташламалар ҙа бар. Шулай уҡ республикала “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе эшләй. Уның резиденттары өсөн дә льготалар күп.
Андрей Назаров Ҡаҙағстан эшҡыуарҙарын Өфөлә быйыл 8-11 декабрҙә үтәсәк Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға саҡырҙы. "Башҡортостан хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ һәм үҫешкә ынтыла. Дуҫ булайыҡ, бәйләнештәрҙе нығытайыҡ. Беҙ республикала бизнес үҫешенә ҡаршылыҡ күрһәткән кәртәләрҙе алып ташлап, йүнселлеккә төрлө яҡлы ярҙам күрһәтәбеҙ. Өфө менән Нур-Солтан араһында авиабәйләнеш булдырыуҙың һөҙөмтәһенә ҙур ышаныс бағлайбыҙ", – тине ул.
Исем туйында ҡатнашыусылар “Башҡортостан сода компанияһы”, “МодульНефтьГазИнжиниринг”, “Транстерминал” ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Республиканың эшлекле делегацияһы вәкилдәре Ҡаҙағстан компаниялары менән осрашыуҙар үткәрҙе, бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Презентация йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн эш төркөмө булдырырға ҡарар ителде. Беҙҙең яҡтан уға Премьер-министр Андрей Назаров етәкселек итәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.