

Башҡортостандағы проблемалы объекттар планына ярашлы, Өфөнөң Глинка һәм Ферин урамдарында ике күп ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлөп бөттө.
– Республикала алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса эш дауам итә. “Строитель” акционерҙар йәмғиәтенең йорттарын республика көсө менән төҙөй алдыҡ, – ти республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Ошо маҡсатта төҙөүсегә 20 миллион һумлыҡ займ бирелде. Шулай итеп, 57 кеше оҙаҡламай был фатирҙарҙың асҡыстарын аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Глинка һәм Ферин урамдарындағы ошо йорттар 2014 йылда уҡ төҙөлә башлаған. Уның әҙер булыу ваҡыты һәр ваҡыт кисектерелеп килде. Был ике объектты ла Алданған өлөшсөләр реестрына индергәс кенә эш урынынан ҡуҙғалған.
Фото: pravitelstvorb.ru.