

Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһында бизнес-шәрифтәр менән сираттағы осрашыу үткәрелде.
Муниципаль берәмектәренең перспективалы йүнәлештәрен тикшереүҙә Корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов, республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Дамир Ғәлиуллин, Яңауыл, Учалы һәм Благовар райондарының бизнес-шәрифтәре ҡатнашты.
Учалы районының бизнес-шәрифе Әсғәт Әсәҙуллин әйтеүенсә, был муниципалитеттың инвестиция ҡеүәте ҙур. Район тәбиғи ресурстарға ғына түгел, әүҙем шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ла бай, улар төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа хакимиәт менән тығыҙ бәйләнеште юғалтмай. Шулай булһа ла, Учалы вәкилдәре инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеге биргән буш майҙансыҡтар булыуы тураһында ла әйтте. Бөгөнгә, мәҫәлән, район үҙәгендә торлаҡ йорттар төҙөргә яраҡлаштырылған биләмә бар, әммә уға төҙөүселәр йәлеп итеүе еңелдән булып сыҡманы.
– Был тәҡдим менән ҡыҙыҡһынған инвестор бар, – тине Наил Ғәббәсов. – Ул – “Атлант” компанияһы, уның вәкилдәре менән беҙ яңыраҡ осраштыҡ. Беҙҙең проект менеджерҙары ошо тәҡдим ителгән майҙансыҡтарҙың инфраструктура базаһын анализлаясаҡ һәм компанияға бизнес-кейс әҙерләп бирәсәк.
Яңауыл районының бизнес-шәрифе Фирүзә Ғәниеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, муниципалитет әсетелгән һөт продукцияһын күпләп етештерә, ҡаҙылма байлыҡтарҙың ҙур ятҡылығына эйә, шулай уҡ мөмкин булған инвесторҙарға “Greenfield” рәүешендәге индустриаль майҙансыҡтар тәҡдим итә ала. Әммә кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ҡырағай үҫемлектәр йыйыу темаһы нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы.
– Был йүнәлештең киләсәге ҙур. Мәҫәлән, боланут үләне. Ошо үҫемлектә кофеин юҡ, шуға ла ул сит илдәрҙә киң ҡулланыу таба, – тине Наил Ғәббәсов. – Ҡырағай үҫемлектәр мәсьәләһе бөтә республика өсөн дә көнүҙәк булырға мөмкин, шуға ла корпорация әлеге мәлдә райондар буйынса аналитика менән ныҡлап шөғөлләнә: күпме сеймал ҡабул ителә, урындарҙа нисә ҡабул итеү пункты бар һәм системалы эш өсөн башҡа төрлө мөһим күрһәткестәр.
Благовар районының бизнес-шәрифе Вадим Ғабдрахманов брендлы продукция булдырыу тураһында һөйләне. Был район, мәҫәлән, ҡаҡланған өйрәк ите етештереү менән бөтә республикаға билдәле. “Әммә уны Башҡортостандан ситтә лә абруйлы продукция итергә өлгәшеү маҡсаты ҡуйылырға тейеш”, – тине бизнес-шәриф. Үҫеш корпорацияһының генераль директоры был күп йыллыҡ йоланы яҡлап сығырға һәм тулы бренд концепцияһын эшләргә тәҡдим итте.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Үҫеш корпорацияһы белгестәре бөтә йыйылған мәғлүмәткә мониторинг эшләйәсәк һәм инвесторҙар өсөн бизнес-кейс әҙерләп бирәсәк. Билдәле булыуынса, Бизнес-шәрифтәр институты Башҡортостанда төбәк Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолғайны. Институттың төп бурысы – муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу. Райондарҙың инвестиция ҡеүәте менән ентекләп танышыу һәм үҫеш нөктәләрен билдәләү өсөн Үҫеш корпорацияһы бизнес-шәрифтәр менән даими осрашыуҙар үткәреп тора.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН