Иҡтисад
28 Сентябрь 2021, 11:30

Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Премьер-министры менән осрашты

Быйылғы йылдың ғинуар-июль айҙарында Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа әйләнеше былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 20,2 процентҡа артҡан һәм 200 миллион доллар тәшкил иткән.

Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Премьер-министры менән осраштыРадий Хәбиров Ҡаҙағстан Премьер-министры менән осрашты
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Премьер-министры менән осрашты

 

Бөгөн 28 сентябрҙә Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан Премьер-министры Асҡар Маминдың эш осрашыуы булды. Яҡтар Рәсәй-Ҡаҙағстандың стратегик партнерлығын артабан да тәрәнәйтеү өсөн хеҙмәттәшлектең әлеге торошо һәм перспективалары тураһында фекер алышты.

Асҡар Мамин белдереүенсә, Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади, инвестиция, транспорт-логистика, энергетика өлкәһендә, ауыл хужалығында, сәнәғәт кооперацияһында һәм башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлеген үҫтереү өсөн мөмкинлектәре бик ҙур. Быйылғы йылдың ғинуар-июль айҙарында Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа әйләнеше былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 20,2 процентҡа артҡан һәм 200 миллион доллар тәшкил иткән.

Яҡтар Өфө менән Нур-Солтан араһында тура авиабәйләнеш асыу мөмкинлеген дә тикшерҙе.

Радий Хәбиров менән Асҡар Мамин һөйләшеү ваҡытында төп иғтибарҙы төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, шулай уҡ Урал (Жайык) сик буйы йылғаһының ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау мәсьәләһендә бергә эшләүгә иғтибар бүлделәр.

– Бөгөн Ҡаҙағстан – БДБ илдәре киңлегендә беҙҙең төп сауҙа-иҡтисади партнерыбыҙ. Ҡаҙағстандың Премьер-министры Асҡар Мамин менән осрашҡан саҡта беҙҙең компаниялар тауарҙары экспортын үҫтереү йүнәлештәрен тикшерҙек. Һүҙ сәнәғәт ҡорамалдары, Ауыл сәнәғәте комплексы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте тауарҙары, ауыл хужалығы техникаһы, медицина ҡорамалдары тураһында бара. Беҙ яңы дөйөм предприятиелар булдырыу яҡлыбыҙ. Бындай ыңғай тәжрибә бар, – тип осрашыуға йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Ике яҡтың да ҡыҙыҡһындырыуын тыуҙырған йүнәлештәр бар. Әгәр уларҙы даими иғтибар үҙәгендә тотһаҡ, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алырбыҙ тип ышанам. Ике яҡлы бәйләнеште нығытыуға беҙ ихлас күңелдән әҙербеҙ һәм асыҡбыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек иткән рәсми делегация Ҡаҙағстанға рәсми сәфәр менән китте. Бында республиканың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре презентацияһы үтәсәк, шулай уҡ тантаналы шарттарҙа Башҡортостандың Конгресс-бюроһы Вәкиллеге асыласаҡ. Шулай уҡ сәфәр программаһында – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡаҙағстан Президенты Касым-Жомарат Токаев, Ҡаҙағстан Парламенты Сенаты рәйесе Маулен Ашимбаев, Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Искалиев менән осрашыу бар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас