

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әле Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡаҙағстанда. Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров ил етәкселеге менән осрашып һөйләшеүҙең яҡынса йомғаҡтары, хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Хәбәрсе Радий Фәрит улынан рәсми делегацияның тәүге эшлекле көнө һөҙөмтәләре, һөйләшеүҙәр барышы тураһында һораны.
– Беҙ артабанғы хеҙмәттәшлектең инфраструктураһын көйләйбеҙ тип әйтергә була, ә ул ябай аралашыуҙан башлана. Бөгөн Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Кемелевич Тоҡаев менән аралаштыҡ. Ике аралағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Шулай уҡ Ҡаҙағстандың Премьер-министры Асҡар Мамин ҡатнашлығында ҙур кәңәшмә үткәрҙек. Нимәләр тураһында һөйләштек һәм ниҙәр тәҡдим иттекме?
Беренсеһе. Интеграция ысынлап башланһын өсөн тейешле инфраструктура булдырыу кәрәк. Тәү сиратта һүҙ Өфө – Нур-Солтан тура рейсын асыу тураһында бара. Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе алғас та авиабәйләнеш булдырасаҡбыҙ.
Икенсеһе. Иртәгә бында Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллеген асабыҙ. Ул бизнес өсөн мәғлүмәт йыйыу урыны буласаҡ. Кешеләр килә, һөйләшә, контракттар төҙөй аласаҡ. Бында яуаплы кеше ултырасаҡ һәм эште алып барасаҡ.
Өсөнсөһө. Эш төркөмө булдырырға һөйләштек, ул тәүге осорҙа беҙҙең интеграция процестары менән шөғөлләнәсәк.
Дүртенсеһе. Юл картаһына ҡул ҡуясаҡбыҙ, ул һөҙөмтәлә Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында сауҙа әйләнешен үҫтереүгә килтерәсәк. Беҙҙең дөйөм тышҡы сауҙа әйләнешендә Ҡаҙағстан былай ҙа өсөнсө урында. Ул - БДБ-ла төп партнерыбыҙ. Артабан үҫешеү өсөн дә мөмкинлектәр күп.
Шуға ла кәйеф көр. Республикабыҙ иҡтисадына һәм халҡыбыҙ мәнфәғәтенә эшләйәсәк аныҡ пландар бар. Беҙҙе бында туғандары кеүек ҡаршылайҙар – уртаҡ тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ бар. Эшләүе бик уңайлы, яҡшы команда тупланды. Артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн етди нигеҙ һалырбыҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһенән, ни өсөн Башҡортостан тап Ҡаҙағстанға иғтибар итте, тип һоранылар.
– Австрия, Төркиә, Ҡаҙағстан йүнәлештәрендә эш алып барасаҡбыҙ тип ҡарар ҡабул иткән саҡта тәү сиратта сауҙа әйләнешенә, бизнестың булыу-булмауына ҡараныҡ. Шулай, беҙҙә өс ҙур Австрия компанияһы уңышлы эшләй, инвестициялар индереүен дауам итә. Төрөк бизнесы ла яҡшы бара. Ә Ҡаҙағстан, алдан әйтеүемсә, ҙур тышҡы сауҙа партнерыбыҙ. Беҙҙең иҡтисад структураһы ла оҡшаш. Ябай миҫал: Ҡаҙағстанда нефть һәм газ күп табыла, ә Башҡортостанда был йәһәттән ҡорамалдар бар. Уларҙы бергә ҡушырға һәм хеҙмәттәшлекте нығытырға кәрәк. Был бер генә миҫал. Беҙҙә кәрәкле иҫәпләүҙәр системаһы, аналитика бар. Делегацияның сәфәре һөҙөмтәле булыр тип ышанам, – тине республика етәксеһе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.