Иҡтисад
28 Сентябрь 2021, 05:23

Уңғандарҙы ҡайҙан йәлеп итергә икәнен беләбеҙ

“Инвестиция” һүҙе янында һәр саҡ “ышаныс” тигәне тора”, – ти Радий Хәбиров

Эшлекле даирәләрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостанға сәфәре һәм Әбйәлил районында “Цемикс” заводын асыуҙа ҡатнашыуы һөҙөмтәләренең иҡтисади киләсәге тураһында  фекер алышыу туҡтамай. Пандемия барлыҡҡа килтергән ауыр заманда ла ил һәм республика иҡтисадының шулай алға барырға ынтылыуы, ошо йүнәлештә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүе ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо уятмай ҡалмай.

 

 Был заводта техник  яңылыҡтар күп

 

 – Беҙ Президентҡа республиканың Урал аръяғы төбәгендәге ошо ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары сығарасаҡ яңы заводты  ҙур ғорурлыҡ менән күрһәттек, – тине Радий Хәбиров Әбйәлил районында “Ласселсбергер” компаниялары төркөмөнөң был пред­приятиеһын асыу тантанаһынан һуң. – Был – “SmartPlant” йәки “аҡыллы завод” тип аталған иң ҙур сәнәғәт предприятиеларының береһе. Бында технологик яңылыҡтар ҙа, тирә-яҡ мөхитте бысратырға бирмәйәсәк етди экологик кәртәләр ҙә күп. Бындай завод менән бөтә илебеҙ ғорурланырға хаҡлы. Ул аҡ цемент етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе, ә технологик камиллығы һәм етештереү күләме буйынса донъяла беренсе урынды биләй.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, ул республикаға етәкселек итә башлау осоронда уҡ Башҡортостанға мөмкин тиклем күберәк инвестиция йәлеп итеү маҡсатын ҡуйған. “Мин ҙур мәғәнәһендәге иҡтисадсы түгел, әммә, тормош тәжрибәм күрһәтеүенсә, “инвестиция” төшөнсәһе менән йәнәшә һәр саҡ “ышаныс һүҙе тора, йәғни ышаныс булһа, һине кеше булараҡ ихтирам итһәләр, һүҙеңә ышанһалар, тимәк, инвестициялар ҙа киләсәк”, – ти ул.

Шуға күрә хатта пандемиялы 2020 йылда ла республика артҡа “тәгәрәмәгән”, ә  бер процент үҫеш менән тамамлаған. 2019 йылда был күрһәткес хатта 19 процент тәшкил иткән. “Быйылғы беренсе кварталда беҙ бер аҙға төштөк, ләкин йыл аҙағына тағы ла ҙурыраҡ ҡеүәт менән сығырға тейешбеҙ”, – ти Башлыҡ.

Бөгөнгә республика иҡтисадына инвес­тицияның абсолют күләме 365 миллиард һум тәшкил иткән. Техник яҡтан көслө һәм сәнәғәте үҫешкән республика өсөн был артыҡ ҙур түгел, шуға күрә Радий Хәбиров “Төбәктең 2024 йылға саҡлы социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы Указында ошо күрһәткесте 650 миллиард һум тип билдәләне. Рәсәй Президенты Владимир Путин был күрһәткесте, шулай уҡ “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһындағы ике яңы завод төҙөүҙе хуплаған. Был объекттарға инвестиция күләме бер триллион һумға саҡлы иҫәпләнә. Владимир Владимирович ошо маҡсатта кәрәкле ресурстар һәм “Газпром”дың ярҙамын да вәғәҙә иткән.

Ил етәксеһе менән осрашыуҙа шулай уҡ Евразия фәнни-белем биреү үҙәге, Ҙур университет һәм  уҡыу йорттарының кампусын булдырыу мәсьәләһе лә тикшерелгән. Әлеге мәлдә “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһына инәсәк юғары уҡыу йорттарын конкурс нигеҙендә һайлап алыу бара.

 

Карбон полигондары ни өсөн кәрәк?

 

Башҡортостан тәбиғәтенең урманға бай икәне мәғлүм. Донъя иҡтисады үҫкән һайын бөгөнгө климатҡа арта барған ҙур көсөргәнешлек шарттарында был урмандар беҙҙең республика өсөн тәбиғи өҫтөнлөк булып тора, шуға күрә “Башнефть”, Башҡортостан сода компанияһы, башҡа шундай йүнәлешле предприятиелар һәм хатта ауыл хужалығы техникаһы бүлеп сығарған углеродты ошо урмандар йотоп өлгөрә.

Әммә ҡасан да булһа һәр нәмәнең сиге етә. Тап шуға күрә лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндан беҙҙең республиканы карбон полигондары булдырыу, углеродты утилләштереү һәм нейтралләштереү буйынса федераль проекттың икенсе сиратына индереүҙе һораны. “Ҡатмарлы яңғырай кеүек, әммә был ябай ғына әйбер – дүрт-биш йылдан беҙҙең предприятиеларға ошо технологиялар өсөн ғәйәт ҙур аҡса түләргә кәрәк буласаҡ, ә беҙ был осраҡта киләсәкте уйлап эш итергә тейешбеҙ”, – тине Радий Фәрит улы.

 

Һеҙҙең менән артабан да эшләргә теләйбеҙ

 

“Яңы предприятие урынлаштырыу өсөн ниңә тап Башҡортостанды һайлап алдығыҙ?” Был һорауға ҡарата Йозеф Ласселсбергер шулай тип яуап бирҙе:

 – Башҡортостан етәкселеге менән аралашыуҙа беҙҙең ыңғай тәжрибә бар, шуға ла йәнә уны һайлап алдыҡ. Беҙ ярҙам һәм теләктәшлекте тоябыҙ. Артабан да етештереү өлкәһен киңәйтергә, төбәк менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә уйлайбыҙ. Башҡа варианттың булыуы ла мөмкин түгел.

“Цемикс” заводының республикаға һәм үҙе урынлашҡан төбәккә иҡтисади отош биреүе бәхәсһеҙ. Барыһынан да элек, был – һалым. Әбйәлил районы ҡаҙнаһы физик шәхестәр килеменә һалым һәм башҡа төрлө түләүҙәр иҫәбенә тулылана башлаясаҡ. Предприятиела әлеге 220 эш урыны булдырыла, 40 мең кеше йәшәгән район өсөн был әллә ни ҙур түгел, ләкин быға саҡлы уныһы ла юҡ ине бит. Унан тыш, был, Урал аръяғының ҡайһы бер муниципалитеттарына хас булғанса, кемдәрҙеңдер ситтән килеп урындағы тәбиғәтте аҡтарыуы һәм ер ҡаҙыуы түгел. Был – юғары төрҙәге продукция биргән тәүге сәнәғәт тәжрибәһе.

Әлбиттә, Урал аръяғы райондарын үҫтереү дауам итәсәк, бының өсөн фәнни нигеҙҙәге махсус программа ла эшләнгән. Унда, мәҫәлән, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында һөт заводы төҙөү, ерҙе һуғарыу селтәре булдырыу пландары ҡаралған, улар ҙа өҫтәмә эш урындары асыуҙы күҙ уңында тота. Программаға ярашлы, ауыл хужалығына ла ярҙам күрһәтеләсәк.

Был осраҡта сәнәғәт предприятиелары аҙ урынлашҡан (тау сәнәғәтенән башҡа) Урал аръяғы райондарының ошо биләмәлә алынған килемгә генә йәшәй алмауы аңлашылалыр, шуға күрә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Нефтекама кеүек ҡалаларҙа урынлашҡан ҙур заводтарҙан килгән һалым башҡа биләмәләргә, шул иҫәптән – Урал аръяғы райондарына ла бүленә. Шул аҡсаға Баймаҡ районында, мәҫәлән, балалар поликлиникаһы һәм боҙ аренаһы төҙөлә, Темәстә физкультура-һауыҡтырыу комплексы һалына.

 – Былар ғына аҙ, әлбиттә, – ти Радий Хәбиров. – Президент менән осрашҡанда “Цемикс” эшселәре һәм инженерҙары ауылдар тураһында ла әйтте. Республика Башлығы сифатында мин бөтә райондарҙы урап сыҡтым. Беҙҙә бик күп мәктәптәр 1950 – 1960 йылдарҙа уҡ төҙөлгән. Ә Өфөләге Республика һуғыш ветерандары госпитале ХIX быуатта уҡ һалынған бинала эшләй. Тимәк, беҙгә төҙөйһө лә төҙөйһө әле!

 

Сабып бара инек, туҡтарға тура килде...

 

Инвестициялар тураһында һөйләгәндә, Радий Фәрит улы сит ил һәм үҙ илебеҙ инвесторҙарына берҙәй ҡарашта булыуын билдәләне. “Сит ил бизнесы өсөн, мәҫәлән, Башҡортостан тулыһынса асылған тип әйтеп булмай әлегә.  Илебеҙҙә, бөтә донъялағы кеүек үк, беҙҙең пландарҙы ла коронавирус инфекцияһы туҡтатты. Сабып бара инек, туҡтарға тура килде”, – ти ул.

Эйе, Башҡортостан бөтә донъя өсөн асыҡ, уның иҡтисадын һәм хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барыһы ла белә, тип әйтеп булмай бөгөнгә.  Айырыуса Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре менән бәйләнеште киңәйтәһе бар әле. Күршеләге Ҡаҙағстан, шулай уҡ Үзбәкстан һәм БДБ-ның башҡа илдәре менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре лә тулыһынса файҙаланылмай. Айырыуса Ҡаҙағстан көслө партнер тип баһалана, шуға күрә лә быйыл көҙгә Башҡортостан Башлығының был илгә эш сәфәре лә планлаштырыла.

 – Беҙ Төркиә өсөн дә үҙебеҙ теләгән кимәлдә асыҡ түгелбеҙ, – ти Радий Фәрит улы. – Беҙ әлегә унда фәҡәт ял итәбеҙ, матур әйберҙәр һатып алабыҙ. Әммә сәнәғәт ҡеүәте һәм мөмкинлектәре күҙлегенән ҡарағанда беҙҙең үҙ-ара етди тартыу көсө ҡулланылыш тапмай әле.

Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендә беҙҙең республиканың дөйөм инвестиция портфеле 1,4 мең проекттан тора, аҡсалата алғанда – 900 миллиард һум самаһы. Бынан тыш “Башҡортостан сода компанияһы” менән бәйле процедураларҙың оҙаҡламай тамамланасағы ла күп отош вәғәҙә итә. “Рәсәй Президентына ошо предприятиеның быйылғы беренсе ярты йыллыҡ буйынса рекордлы күрһәткестәре тураһындағы белешмәне күрһәттем – республика де-факто рәүешендә идара итеүгә алғас та, уның табыш кимәле шулай юғары күтәрелде, әле беҙ уның инвестиция портфелен тултырабыҙ, мин предприятие етәкселегенең йыл аҙағына саҡлы етештереүҙе яңыртыу һәм экологик зыянды юҡҡа сығарыу буйынса программа әҙерләүен һораным, был программаны тормошҡа ашырыуға 300 миллиард һум тотоноу күҙаллана. Күреүегеҙсә, инвестицияларҙы ҡайҙан йәлеп итергә икәнен беләбеҙ”, – тине республика етәксеһе.

Эшҡыуарҙарҙы ҡыйырһытҡандар эшенән алынасаҡ

 

Инвестиция йәлеп итеү темаһы яңыраҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына арналған ултырышта ла тикшерелде. Унда Премьер-министр инвестициялар йәлеп итеү буйынса муниципаль рейтингтағы хәл менән дә ҡыҙыҡһынды.

 – Ҡала һәм райондарҙағы инвестиция йәлеп итеү күрһәткестәрен анализларға, алдынғы һәм артта ҡалған биләмәләрҙе асыҡларға кәрәк. Беҙҙең ҡарар ябай буласаҡ: һуңғы урындарҙы биләгән район һәм ҡалаларға яңы етәксе командалар киләсәк, –  тине Андрей Геннадьевич.

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов рейтинг төҙөү яҡын арала тулыһынса тамамланасағы тураһында белдерҙе. Әйткәндәй, ҡайһы бер райондарҙың ошо рейтингта, әле үк күре­неүенсә, түбән булыуы бәләкәй эшҡыуар­лыҡтың ошо төбәктәрҙән ялыуҙары күп булыуы менән тура килә икән.

Рөстәм Моратов ошо ултырышта иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыу буйынса йүнәлештәр тураһында һөйләне.

– Сәнәғәт етештереүе индексы, былтырғы беренсе ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда, 102,2 процент тәшкил итте, 29 эшмәкәрлек төрөнөң 21-ендә үҫешкә өлгәшелгән, – тине ул. – Сәнәғәтте үҫтереү фонды йүнәлештәре буйынса эш дауам итә.

Беренсе ярты йыллыҡта был Фонд дөйөм суммаһы 1,068 миллиард һумлыҡ 10 проектҡа ярҙам итте.  “Ростех” дәүләт корпорацияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә  Күмертау авиация предприятиеһының эшен әүҙемләштереүгә өлгәшелгән: унда быйылғы тәүге ярты йыллыҡта етештереү индексы һигеҙ тапҡырға артҡан!  Шулай уҡ Стәрлетамаҡтың “Станкостроение” ғилми-етештереү берекмәһенә эш күләме арттырылған, Бәләбәй “Автонормаль” заводы “Рено-Ниссан” концерндарына деталдәр эшләп оҙата.

Рөстәм МОРАТОВ,

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры:

 

 – Рәсәй Федерацияһы алдында бюджет кредиттары буйынса бурысты кәметеү иҫәбенә республиканың инфраструктура объекттарына бюджет инвестициялары механизмын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эш төркөмөнөң ултырышы үткәрелде. Ул Рәсәй Хөкүмәтенең 2020 йылдың 19 октябрендәге 1704-се ҡарарын үтәү сиктәрендә башҡарыла. Был инструмент яңы инвестиция проекттарына инфраструктураны мөмкин тиклем сифатлыраҡ итеп төҙөү мөмкинлеге бирә. Артабан ул федераль һәм төбәк ҡаҙналарына килгән аҡсаны генерациялай.

Бөгөнгә инвестиция проекттарының федераль йыйылма исемлегенә Баш­ҡортостандан ете проект дәғүә итә. Ведомство-ара эш төркөмө ултырышында “Алға” махсус иҡтисади зонаһы, “Өфө” индустриаль паркы, “Благовещен” өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары тәҡдим иткән проекттар ҡаралды. Әлеге механизм сиктәрендә инженерлыҡ инфра­структураһын үҫтереүгә төбәктәрҙең федераль үҙәк алдындағы бюджет кредитын реструктуризациялау иҫәбенә артып ҡалған аҡса йүнәлтелә.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас